Все новости
Мәҙәни мөхит
5 Октября 2018, 14:11

СТАТУС АЛДЫ

Кисә Күмертау ҡалаһының 3-сө һанлы китапханаһы моделле китапхана статусы алды.

Кисә Күмертау ҡалаһының 3-сө һанлы китапханаһы моделле китапхана статусы алды. Был китапхана һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тәғәйенләнгән.


Байрам тантанаһында ҡала хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Наталья Лапшина, мәҙәниәт идаралығы директоры Светлана Тураева, республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының бүлек мөдире Ирина Күсәрбаева һәм бик күп башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Наталья Михайловна барыһын да ошондай ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы, китапхана хеҙмәткәрҙәренең алдынғы эштәрен, төрлө гранттар яулауын билдәләп үтте һәм сертификат тапшырҙы. Ирина Күсәрбаева ла буш ҡул менән килмәгән, китапхана өсөн төрлө китаптар, аудио һәм видеояҙмалар алып килгән. Шулай уҡ ул ҡала башлығы һәм уның урынбаҫарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Светлана Марат ҡыҙы изге теләктәрен әйтте һәм Күмертау үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Әлфиә Шәмиғоловаға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы ла үҙ сиратында был эштә әүҙемлек күрһәткән, ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың барыһын да Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Сара йыр-моңға ла бай булды.

Читайте нас: