Все новости
Мәҙәни мөхит
19 Октября 2018, 10:25

РУХ БӨРКӨЛӨП ТОРА

Был аҙнала, йәғни 15 октябрҙә Сибай филармонияһының сығышын ҡарарға тура килде.

Был аҙнала, йәғни 15 октябрҙә Сибай филармонияһының сығышын ҡарарға тура килде.


Тамаша театрлаштырылған күренеш менән асылып китте. Ҡурай, думбыра, ҡумыҙ моңдарына күмелеп, халҡыбыҙҙың боронғо һәм бөгөнгө тормошо образлы сағылдырылды.

Башҡорт мәғрифәтсе-шағиры Мифтахетдин Аҡмулла ижад иткән ҡобайырҙы Сибай артистарының шул хәтлем дә оҫта, йөрәккә үтерлек итеп башҡарыуҙары халыҡҡа аң сәскәндәй, ғәфләт йоҡоһонан уятҡандай булды.

Нәфис һүҙ оҫталарының сығыштары үҙҙәренә генә хас бер күренеш булһа, йырсылар халыҡты мөхәббәтле моңға сорнап әсир итте.

Бейеүселәрҙең осҡон сәсрәтеп бейеүҙәре, сағыу сәхнә кейемдәре тамашасыларға күңел күтәренкелеге өҫтәне.

Һәр сығыштан милли рух сәсрәп тора, тиер инем мин. Күмертау халҡы исеменән Сибай филармонияһын 25 йыллыҡ юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ижади үрҙәр теләп, ҡалабыҙға тағы ла килеүҙәрен теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: