Все новости
Мәҙәни мөхит
23 Октября 2018, 12:15

ДҮРТЕНСЕ МӘРТӘБӘ ҠУНАҠТА

Үткән йома Мораптал мәҙәниәт йортонда “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” балалар һәм үҫмерҙәр ижадының асыҡ республика фольклор фестивале уҙғарылды.

Үткән йома Мораптал мәҙәниәт йортонда “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” балалар һәм үҫмерҙәр ижадының асыҡ республика фольклор фестивале уҙғарылды. БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Көйөргәҙе районы хакимиәте тарафынан ойошторолған сара дүртенсе тапҡыр үткәрелде.


Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез, Миәкә райондарынан, Күмертау, Салауат, Сибай ҡалаларынан йыйналған 300-гә яҡын һәләтле балалар үҙҙәрен фольклор, йыр, бейеү, сәсәндәр ярышында һынаны. Һәр бер сығышты мәртәбәле жюри ағзалары булған БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Асия Ғәйнуллина, Раяф Ғәйнетдинов, республика халыҡ ижады үҙәге филиалының белгесе Айгөл Ильясова баһаланы. Сараға етәкселәре балаларҙы ныҡлы әҙерләгәндәр ине: береһенән–береһе сағыуыраҡ фольклор сығыштары, береһенән-береһе оҫтараҡ йырсылар, шәп бейеүселәр сығыш яһаны.

“Хореография” номинацияһында:

Гран-при – “Гөрләүек” бейеү ансамбле, Күгәрсен районы;

1-се дәрәжә лауреаты – “Балҡыу”, Миәкә районы;

2-се дәрәжә лауреаты – “Йондоҙсоҡтар” бейеү ансамбле, етәксеһе Г. Хәйбуллина (Яҡшымбәт);

Аделина Үтәгәнова, етәксеһе Й. Рамаҙанова (Таймаҫ ауылы);

3-сө дәрәжә лауреаты – Алина Кинжәлиева, етәксеһе В. Кинжәлива (Мораптал);

Дипломант – Диана Ғәббәсова, етәксеһе Р. Әбйәлилова (Яҡут).

“Вокал-соло” номинацияһында:

3-сө дәрәжәле диплом – Наилә Юлбаева, етәксеһе Д. Хәсәнова (Мораптал);

Дипломант – Сафина Рәшитова, етәксеһе Й. Рамаҙанова (Көйөргәҙе районы).
Читайте нас: