“Аҡбуҙатта ҡунаҡта” республика бәйгеһендә Мораптал урта мәктәбенең уҡыусылары ла ҡатнашты һәм еңеүҙәр яуланы. Йыр конкурсында: Наилә Юлбаева (7 а класс) – III дәрәжә дипломы ( етәксеһе Хәсәнова Д.Ф.); Артур Миңлебаев (4 класс) – ҡатнашыусы дипломы (етәксеһе Хәмитова Г.Ф.); Ильяс Шәмсетдинов, Рәсилә Ғәлиева ( 3 класс) – ҡатнашыусы дипломы ( Ҡужакова Р.К.). Бейеү конкурсында: Алина Кинжалеева (7а класс) – III дәрәжә дипломы (етәксеһе Кинжалеева В.С.); Ангелина Таңатарова (7а класс) - ҡатнашыусы дипломы (Хәмитова Г.Ф.); Даяна Ғәббәсова (1 класс) - дипломант ( етәксеһе Әбйәлилова Р.М.): Яҡут ауылының “Ынйылар “ бейеү ансамбленә иң әүҙем ҡатнашыусы дипломы (етәксеһе Әбйәлилова Р.М.); сәсәндәр конкурсында еңеүселәр: Луиза Буранова (6 класс), Дания Хәсәнова ( 9 б класс) - “Йәншишмә” гәзитенең грамотаһы һәм китап менән (етәкселәре Мөлөкова Г.Ф.) бүләкләнде. “Төҫлө бала саҡ” һүрәттәр конкурсында еңеүселәр: Азалия Мырҙабулатова ( 5 б класс), Әзизә Ғәлиева (5 а класс), Денис Таңатаров ( 6 класс), Алина Кинжәлиева (7 а класс), Әлфизә Ғәлимова (9 б класс) - (етәкселәре Әбрәшитова А.Ф.)
“Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәһе һәм китап менән бүләкләнделәр.
Йөрөгән таш шымара тигәндәй, балалар ошондай конкурстарҙа ҡатнашып, оҫтарып китә, бер-береһе менән таныша. Конкурс тамамланғас, балалар бергәләп бейеп алдылар һәм тәмләп торт ашанылар.
Көйөргәҙе районы “Йәшлек” мәҙәниәт йортоноң режиссеры Йәмилә Рамаҙанова: “Был сара балаларҙы яңы үрҙәргә әйҙәй, мөмкинлектәрен һынап ҡараһындар, тиҫтерҙәренә ҡарап тағы ла дәртләнеберәк ижад итһендәр, һәләттәрен асһындар, үҫтерһендәр өсөн ойошторола,”- тине.