Все новости
Мәҙәни мөхит
30 Октября 2018, 13:02

«БАРЫҺЫ ЛА ЯҠШЫ БУЛАСАҠ»

Бахмут ауылының мәҙәниәт йортонда әлеге көндә ҙур ремонт эштәре бара. Эш барышы менән яҡындан танышыу маҡсаты менән шунда юл тоттоҡ.

Бахмут ауылының мәҙәниәт йортонда әлеге көндә ҙур ремонт эштәре бара. Эш барышы менән яҡындан танышыу маҡсаты менән шунда юл тоттоҡ.


Бында беҙ Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова, «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайы директоры Ирина Песецкая, ауылдың мәҙәниәт йорто мөдире Константин Логинов менән ниндәй эштәр башҡарыласаҡ, күпме аҡса бүленеүе хаҡында әңгәмәләштек, тулыраҡ мәғлүмәт тупланыҡ.

Бахмут ауылының мәҙәни усағы ҙур ғына, уның майҙаны 2000 квадрат метрҙан ашыу. Бында капиталь ремонт эштәре башҡарыр өсөн күмәк көс түгелгән. Мәҙәниәт йортона, бер түгел 3 программа буйынса ремонт эштәре атҡарыла башлаған.

Иң тәүҙә «Реаль эштәр» программаһы буйынса алынған 130 мең һумға һәм халыҡ үҙ теләге менән йыйған 30 мең һумға бинаның тыштан алғы яғы тәртипкә килтерелгән, тәҙрәләре, ишектәре алыштырылған.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй Тыуған илемдең мәҙәниәте» программаһы буйынса бахмуттарға 3 млн. 600 мең һум аҡса эләккән. Был аҡсаның 95 мең һумын кәрәкле техник ҡорамалдар, 60 мең һум тирәһенә бильярд алынған. Бахмут ауылы клубын, шулай итеп, тиҙҙән танырлыҡ та булмаясаҡ. Бында ололар өсөн дә, балалар өсөн дә ял итеү, күңел асыу өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырыласаҡ һәм ул күп функциялы үҙәккә әйләнәсәк. Мәҙәниәт усағына 728 һумға йомшаҡ ултырғыстар алынасаҡ. 208 мең һумдан ашыу аҡсаға башҡа төрлө кәрәкле мебель һатып алыу күҙаллана. 47 мең һумға яҡтылыҡ ҡорамалдары алмаштырыласаҡ. Әлеге көндә 351 мең һумға тренажерҙар алынған да инде. 440 мең һум самаһы кескәй балалар өсөн уйын залына тотоноласаҡ. Тиҙҙән мәҙәниәт йортон 170 мең һумлыҡ шаршауҙар һәм 289 мең тәңкәлек матур уттар биҙәйәсәк. Шулай уҡ бында 182 мең һумға заманса йылы туалеттар булдырыласаҡ.

Мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу буйынса конкурста ҡатнашып, тағы ла 827 мең һум аҡса яулап алғандар бахмуттар. Был аҡсаның 300 меңенә ҡыйыҡ, 250 меңенә тәҙрәләр һәм запас ишектәр ремонтланасаҡ. Шулай уҡ аҡса электр сымдарын алыштырыу һәм башҡа ваҡ-төйәк эштәр өсөн тотоноласаҡ.

Барлыҡ ремонт эштәрен 21 декабргә тиклем тамамлау ҡаралған.
Читайте нас: