Все новости
Мәҙәни мөхит
6 Ноября 2018, 10:31

КЕРӘҮЛЕЛӘР ЯРЫШЫ

Райондың Ҡатын-ҡыҙҙар советы шәп эшләй.

Райондың Ҡатын-ҡыҙҙар советы шәп эшләй. Яңыраҡ, мәҫәлән, советтың ярҙамы менән Керәүле-Илюшкино ауыл клбуында бынамын тигән иттереп Ғаилә кисәһе үткәргәндәр.


Бында Владимир һәм Людмила Петровтар, Николай һәм Валентина Фроловтар, Игорь һәм Надежда Ворошиловтар ғаиләләре ҡатнашҡан.

Ярыштар үткәргәндәр, улары әллә ни ҡыйын булмаған, манный бутҡаһын кем тиҙерәк ашап бөтә, тигәне бигерәк шәп булған. Бынан тыш бейеү буйынса ярышҡандар (бутҡа ашауҙа әллә ни оҫталыҡ кәрәкмәһә, быныһында, аҙ булһа ла, талант кәрәк). Ҡатындарын күтәреп йөрөткәндәр (быныһында кемгә нисек инде, ҡатыныңдың ауырлығынан тора). Етди итеп әйткәндә, бик шәп сара булған, был ғаиләләр - күп балалы ғаиләләр, тимәк, улар ил киләсәге, ил таянысы.
Читайте нас: