Все новости
Мәҙәни мөхит
30 Ноября 2018, 11:01

КҮРШЕГӘ ЮЛ ТОТАБЫҘ!

Зәк-Ишмәттә Әсә көнөнә арналған матур сара ойошторолдо. Һәр ваҡыттағыса Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, китапхана, клуб һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән бергәләшеп әҙерләндек был оло байрамға.

Зәк-Ишмәттә Әсә көнөнә арналған матур сара ойошторолдо. Һәр ваҡыттағыса Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, китапхана, клуб һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән бергәләшеп әҙерләндек был оло байрамға.


Әртистәребеҙ был юлы ла һынатманы. Улар бер-бер артлы тып итеп сығып, үҙҙәренең йырлы-моңло күстәнәстәрен тапшырып ҡына торҙо. Әсәләр тураһында шиғырҙар, йырҙар бик күп яңғыраны кисәлә. Бейеүселәребеҙҙе лә ҡат-ҡат сәхнәгә сығарып бейеттеләр. Үҙебеҙ әҙерләгән скетч та тамашасының күңеленә оҡшаны. Күмертау ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ Йәүҙәт Усманов та ҡайтып, беҙгә музыкаль яҡтан ҙур ярҙам күрһәтте. Шулай ҙа был байрамда беҙҙе иң ҡыуандырған ваҡиға — күршеләрҙең килеүе булды. Таймаҫ артистары Зәк-Ишмәт әсәйҙәрен ҡотлап, матур концерт программаһы алып килде. Беҙ улар менән алдан һөйләшеп ҡуйғайныҡ: «Һеҙ беҙгә киләһегеҙ, ә беҙ һеҙгә барабыҙ», - тип. Бына ошо шәмбелә беҙ ҙә таймаҫтарҙың Әсә көнөнә бағышланған сараһына барып сығыш яһаясаҡбыҙ. Зал тулы халыҡ беҙҙең тамашаны яратып ҡабул итте, рәхәтләнеп ҡул сабып, күңелдәре булып таралышты. Сәйһеҙ ниндәй байрам булһын, тип, әсәләр менән күмәкләшеп сәй табыны ла ҡороп ебәрҙек. Ошондай матур сара ойоштороуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ауыл халҡы исеменән рәхмәт әйтке килә. Артабан да шулай дуҫ, татыу эшләйек һәм йәшәйек, яҡташтарым!


Читайте нас: