Все новости
Мәҙәни мөхит
25 Декабря 2018, 12:01

ТАБЫНЫ МУЛДЫҢ – ҒАИЛӘҺЕ НЫҠ

Үткән шәмбе көндө Яңы Таймаҫ ауылы ағинәйҙәре бик шәп итеп Ғаилә йылын ябыуға арналған сара ойошторҙо. Бындай инәйҙәр тотонһа, һоҡланып ҡара ла тор, уларҙағы дәрт-дарман ҡайһы бер йәш кешелә юҡ әле.

Үткән шәмбе көндө Яңы Таймаҫ ауылы ағинәйҙәре бик шәп итеп Ғаилә йылын ябыуға арналған сара ойошторҙо. Бындай инәйҙәр тотонһа, һоҡланып ҡара ла тор, уларҙағы дәрт-дарман ҡайһы бер йәш кешелә юҡ әле.
Сараны Таймаҫ ауыл советы хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаев асты. Ул барыһын да байрам менән ҡотланы һәм ныҡлы, өлгөлө ғаиләләргә рәхмәттәр әйтте.
Йыр-бейеү менән үрелеп барған сараға ауылдың һәр урамы берҙәм итеп, һый-хөрмәттән һығылып торған өҫтәл әҙерләгәндәр. “Табын әҙерләү ул ғаилә усағын һүндермәүҙең бер ысулы. Әгәр табының мул булһа, һәр өйҙә йылылыҡ та булыр һәм ғаилә усағы ла дөрләп яныр”, - ти Таймаҫ ауылының төп ағинәйе Рәйлә Мәһәҙиева.
Ағинәйҙәр ныҡлы ғаилә ҡороуҙы сәхнәләштереп күрһәтте, заман ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ғаилә кешенең төп терәге булып ҡалыуын иҫбатланы. Шулай уҡ ғаиләгә ҡағылышлы төрлө мәҡәлдәр, әйтемдәр яңғыраны, йолалар ҙа күрһәтелде.
Артабан сәхнәгә биш ҡыҙ үҫтергән Раушания менән Фәнис Ишбирҙиндарҙы, Фәүриә менән Рәфҡәт Зәйнуллиндарҙы, биш улға ғүмер бүләк иткән Әлиә менән Марат Хөсәйеновтарҙы саҡырҙылар. Шулай уҡ өс балалы һәм унан да күберәк балалар үҫтергән ғаиләләр ҙә ситтә ҡалманы. Ләйсән, Роберт Байғотлиндар, Әлфиә, Нәзир Абдуловтар, Надежда, Илья Беликтар, Нурзиә, Сулпан Исмәғиловтар, Илсейәр, Фуат Ялсығоловтар, Рузилә, Раил Араптановтар, Гөлйөҙөм, Салауат Мәһәҙиевтар һәм Рузилә, Рәмил Вәлидовтар. Донъя булғас, ғаилә ҡорғас, төрлө хәлдәр була. Донъя ауырлыҡтарына бирешмәй балалрына матур тәрбиә, юғары белем биргән яңғыҙ әсәләргә лә һоҡланыу булды был көндө. Светлана Гурьянованы, Фәүзиә Солтангәрәеваны, Фәүзиә, Әбсәләмованы, Фәнүзә Аҙнабаеваны, Зилә Фәтҡуллинаны ла көслө алҡыштар менән ҡаршы алдылар сәхнәгә. Уларҙың һәр береһенә ауыл советынан Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды.
Күркәм сара күмәкләп әҙерләгән өҫтәлдәр артында тәмләп сәй эсеү һәм ритайымда рәхәтләнеп бейеү менән тамамланды.
Рәйлә МӘҺӘҘИЕВА, Таймаҫ ауылыны ағинәйҙәре рәйесе:
- Йыл бөтөп бара бит, әйҙәгеҙ, үҙебеҙ булһаҡ та берәй сара үткәрәйек, тип ағинәйҙәр менән Ғаилә йылына арналған байрам ойошторорға булдыҡ. Сарабыҙҙан ситтә ҡалмай матур өҫтәл әҙерләүҙә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт. Ауылдың алты урамы берҙәм һәм күркәм итеп табын әҙерләне. Өлгөлө ғаиләләребеҙҙе ҡотлау өсөн спонсор ярҙамы күрһәтеүсе шәхси эшҡыуарҙарыбыҙ Наил Бикҡолов менән Азамат Зәбировҡа ҙур рәхмәт, беҙҙе ҡыуандырғандары өсөн Хоҙай үҙҙәрен ололаһын. Шулай уҡ сарабыҙға килеп, уны тағы ла мәртәбәлерәк иткәндәре өсөн “Юшатыр” гәзитенә лә рәхмәт.
Читайте нас: