Все новости
Мәҙәни мөхит
25 Декабря 2018, 13:02

ЙҮРМӘЛӘР ҮРЕЛДЕ

Ағинәйҙәрҙең бурысы – йәш быуынға тәрбиә биреү, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы ла уларға еткереү.

Ағинәйҙәрҙең бурысы – йәш быуынға тәрбиә биреү, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы ла уларға еткереү.


Ошо көндәрҙә беҙ, Аҡһары ауылының ҡатын-ҡыҙҙары, Яҡут ағинәйҙәрен, районыбыҙҙың төп ағинәйҙәре Тамара Малбаеваны, Миңзиә Ҡотлоәхмәтованы саҡырып, йүрмә байрамы ойошторҙоҡ. Аҡһары ағинәйебеҙ Гөлсөм Сәлихова, “Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә” тигән мәҡәлгә асыҡлыҡ индереп, борондан килгән бер йоланы үткәрҙе.

“Минең өләсәйҙәрем 18-се быуат аҙаҡтарындағы балалар булараҡ, беҙгә бик күп риүәйәттәр, әкиәттәр, йомаҡтар, әйтемдәр һөйләй торғайны. Үҙем хәҙер оло йәштә булһам да, береһен дә онотмайым, һаман да ейән-ейнәсәрҙәремә, йәштәргә белгәнемде өйрәтәм. Уларға ҡулдан килгәнсә ғаилә, әхләҡ, ил, тел тураһында һөйләп, аралашам. Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы ла еткерергә тырышам. Элек хәҙерге кеүек виртуаль тормош, дискотека, кино ҡарау, театр булмаған. Барыһы ла, айырыуса ҡатын-ҡыҙ йүрмә үткәргән. Уны күберәк йәйләүҙә һарыҡтар һимергән мәлдә ойошторғандар. Һарыҡ һуйылғас, тунағандан һуң ас эсәген алалар ҙа тоҙ менән йыуалар һәм селтәр май менән таҫма итеп сынйылап үрәләр. Майһыҙ эсәкте үреп эшләһәң – ҡыҫыр йүрмә, тиҙәр. Уны йәш ҡыҙҙарға, килендәргә ашатмағандар. Туҡ эсәктән үрелгәне – йөклө йүрмә була. Уны инде файҙаһы күп тип йәш-елкенсәктәргә ашатҡандар”, - тип һөйләне Гөлсөм инәй йүрмәне әҙерләгәндә. Беҙ ағинәйебеҙҙән күп нәмә белдек һәм уны нисек әҙерләү серҙәренә лә төшөндөк.

Бешергәндән һуң табынға йөклө йүрмәне, ҡыҫыр йүрмәне, ҡаҡлаған ҡаҙыны, туҡ эсәкте бергә матур итеп теҙеп һалып сығаралар.

Был сара килен һайлау тип тә атала икән. Унда ҡатындар үҙҙәренең ҡыҙҙары менән киләләр, ә улдары булған әсәләр үҙҙәренә килен һайлайҙар. Табын артында ҡыҙ кеше үҙ сиратында йүрмәне киҫеп алып, өҫтөнә йә ҡаҙы, йә башҡа нимә һалып буласаҡ ҡәйнәгә һоғондора. Иплеме, һоғондорған йүрмәһе самалымы - шуға баһа биргән буласаҡ ҡәйнә. Әгәр оҡшаһа, афарин, ҡыҙым, ти, һәм ул саҡта ҡыҙ әҙәпле, ғөрөф-ғәҙәтте белгән булып сыға. Оло киҫәк ҡаптырһа, буласаҡ ҡәйнә ризаһыҙлығын белдереп: “Һоғондорған йүрмәһе ауыҙыма һыйманы”, - тип ауыҙынан ипләп кенә алып ситкә ҡуя. Был ҡыҙға уға килен булыу насип түгел тигәнде аңлата икән. Табында әйтемдәр, һынамыштар менән бергә йыр-бейеү ҙә була.

Шулай уҡ был байрамда Гөлсөм инәй беҙгә ошо уҡ һарыҡтың үпкәһенә һөт, йомортҡа, май ҡойоп борондан төрки халыҡтарында бешерелә торған ризыҡты ла әҙерләп күрһәтте. Беҙҙә күптән онотолған ризыҡ әҙерләү йолаһы барыһына ла оҡшаны.
Читайте нас: