Ҡала дауаханаһында дарыу менән генә дауаламайҙар, йыр-моң менән дә кешене сихәтле итәләр. Бында “Ынйылар” тигән ансамбль бар, унда береһенән-береһе матур ҡыҙҙар йырлай. Аҡ халат та, милли кейем дә килешә үҙҙәренә.
Ансамблгә дауахананың төрлө бүлегенән йыйылған ҡыҙҙар йөрөгәнгә лә “Ынйылар” тип исем ҡушҡандар. Унда онкология бүлегенән Гөлфиә Әхтәмова, балалар поликлиникаһынан фельдшер Рима Әглиева, операция блогы хеҙмәткәре Гөлфиә Алтыншина, балалар поликлиникаһынан Рима Хәлитова, участка шәфҡәт туташы Рәмзиә Аллағужина, стоматологиянан Зөлфиә Миһранова кеүек алты етеҙ хеҙмәткәр йырлай.
Был алты ҡыҙ “Уйна, гармун!”, “Южный ветер” кеүек төбәк-ара конкурстарҙа йыш ҡатнаша. “Ғорурланам һинең менән, Башҡортостан!” республика конкурсында ла көс һынашып вокал буйынса икенсе урын алып ҡайттылар.
-“Ынйылар” ансамблен ойошторғанға йыл ярым да булып китте. Бында йөрөгән алты ҡыҙ ҙа дәртле, эштә лә, өйҙәрендә лә өлгөрәләр. Берәй конкурста ҡатнашабыҙ тиһәләр, беҙ ҙә ҡеүәтләп кенә торабыҙ үҙҙәрен. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ, милли костюмдар ҙа тектерҙек, - ти ҡала дауаханалары профсоюзы ойошмаһы рәйесе Гүзәл Нәҙершина.
“Эштән арып ҡайтып, йырларға барғандан һуң күңел ял итеп ҡала”, - тиҙәр “Ынйылар”ға йөрөгән ҡыҙҙар ҙа.