Интернет селтәрендәге «Юшатыр гәзите» төркөмөндә Айнур Ҡәҙимовтың Бәләкәй Муса ауылында клуб булдырам, тип янып йөрөүе хаҡында мәғлүмәт баҫылғас, Яҡуп ауылында ла клуб юҡ, беҙгә лә клуб кәрәк, тип яҙыусылар күбәйеп китте. «Беҙҙең клуб тип мәктәптең спорт залы иҫәпләнә. Унда саралар үткәреү уңайһыҙ, йәштәргә тупланыр, күңел асыр ер юҡ. Ололарҙы байрамға саҡырһаң, тағы бер бәлә, улар мәктәптең бейек тупһаһынан менә алмай аҙаплана. Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ килеп күрегеҙ», - тигәстәр, Яҡуп ауылына юл тоттоҡ.
Иң тәүҙә мәктәп тупһаһының ысынлап та текә булыуына инандыҡ. Оло йәштәгеләргә генә түгел, көн дә бында бер менеп, бер төшөп өйрәнмәгән башҡа йәшерәк кешеләргә лә уңайһыҙыраҡ әле ул бында менеүҙәре. Клуб тип аталған спортзал эсен ҡарап сыҡтыҡ. Бында сәхнә тора, ә унда спортзалдың турниктары урынлашҡан. Концерт-фәлән йә берәй байрам сараһы булыр алдынан, иң тәүҙә был турникты йыйып ҡуйырға тура килә. Шунан һуң инде балалар мәктәптән ултырғыстар ташып ҡуя. Ул ултырғыстарҙы тегендә-бында ташый торғас, мәктәптең ишектәре сыйылып бөткән, хатта.
Ауылда мәктәп, йәғни күп функциялы үҙәк төҙөлөр алдынан, Ауырғазы районындағы Түрһәгәҙе ауылындағы ошондай типтағы үҙәкте барып күреп ҡайтҡандар. Унда ла мәктәптең спорт залы клуб функцияһын үтәй, айырым ишектәре бар, спортзалды икегә бүлеп була икән. Яҡупта ла шулай булырға тейеш булған. Әммә, нишләптер, төҙөгән саҡта бында йәштәр ҡайҙа барыр икәне тураһында уйламағандар. Айырым ишек тә эшләнмәгән, клубты спортзалдан айырыу өсөн ҡулайламаһы ла юҡ. Әйткәндәй яңы мәктәп, Яҡуп ауылының элекке клубы урынында урынлашҡан. Спортзалда дискотека үткәрһәң, аҙаҡ буш шешәләрҙе йыйып бөтөп булмай, баҡсалағы сәскәләрҙе йолҡҡолап бөтәләр, тип тә зарланалар яҡуптар.
Әйтеүҙәренсә, Яҡупта йәштәр күп кенә. Студенттар ялға ауылға ҡайтһа, дуҫтары, класташтары менән осрашып һөйләшер урындары ла юҡ. Аптырағас, улар элекке ФАП бинаһы (яңы ФАП мәктәп бинаһында урынлашҡан) янына йыйылып, өшөп, ошонда тороп ҡайта. Ауылдың ағинәйҙәренә лә көндөҙ йыйылышып ултырыр урын юҡ.
Ҡасандыр ФАП, аҙаҡтан Райпо магазины фунцияһын үтәгән бина әлеге көндә буш тора. Шуға күрә яҡуптар, ошонда ремонт эшләп, клуб итеп булмаҫмы икән, тип тәҡдим итәләр. Әммә был йорттоң хужаһы бар, унда кемдер пропискала тора, тип тә һөйләйҙәр улар.
Был хәбәр дөрөҫмө икәнлеге хаҡында белешергә Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатовҡа сыҡтыҡ.
- Буш хәбәр, унда бер кем дә пропискала тормай. Бинаның хужаһы юҡ, тип иҫәпләп, силсәүиткә күсерер өсөн күптән йөрөйбөҙ. Былтыр уҡ судҡа бирҙек, әммә хужаһыҙ, тип таныр өсөн, бер йыл көтөргә кәрәк. Тиҙ эшләнә торған эш түгел. Был бина буйынса документтар әҙер булғас, район хакимиәте менән бергә берәй нәмә уйларбыҙ. Яҡуптың мәктәбе күп функциялы тип атала. Клубтың мәктәп спорт залында булыуы мәшәҡәтлерәк инде, аңлап торам. Байрам-фәлән булһа, халыҡ күп йыйыла. Бындай саралар, ғәҙәттә, төнһөҙ бөтмәй, ә иртән иртүк балалар мәктәпкә килә. Төндә йыйыштырып та өлгөрөп булмай бит. Ул ФАП бинаһын клуб итәм тиһәң дә арыу уҡ ҡына аҡса кәрәк, - тине ул.
Шулай булғас, документтар әҙер булып, етәкселәр берәй нәмә хәл иткәс, Яҡуп халҡы, ниһайәт, айырым клублы булып та ҡуйыр әле, бәлки.