Все новости
Мәҙәни мөхит
8 Февраля 2019, 15:01

КЛУБТА ҠОТЛАРҒА ЯҘҺЫН

Айнур Ҡәҙимов тураһында ишеткәнегеҙ, моғайын, барҙыр. Бик әүҙем, совет осорондағыса әйтһәк, алдынғы ҡарашлы егет ул. Әле Стәрлетамаҡта БДУ университеты филиалының башҡорт-төрөк факультетында уҡып йөрөй. Уҡыһа ла, әллә ҡайҙан ваҡытын таба – һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Әле бер нәмә ойошторам, әле икенсеһен башлайым тип саба. Илдә, республикала барған ваҡиғаларға үҙ фекере бар, Күмертауҙа милли сәйәсәт юҡ, йәштәрҙең киләсәге өмөтһөҙ, ти егет.

Көйөргәҙе районында тыуһа ла, ҡалала йәшәгән Айнур. 3-сө БРГИ-ла уҡыған. Шулай булғас, район да, ҡала ла яҡын. Яңыраҡ Айсыуаҡта йәштәр форумында ҡатнашты, был сараға ҡарата ла фекере ҡыҙыҡ уның.

Тыуған ауылы Бәләкәй Муса халҡы йыйылып аралашһын, фекер алышһын, байрамдар ойошторһон өсөн, урын юҡ, ташландыҡ мәктәпте клуб итергә ине, тип янып йөрөй әле Айнур. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтан мәктәпте ремонтлап клуб итер өсөн 30 мең һум аҡса бирегеҙ, тип һораған.

- Аҡсаны аҙыраҡ һораным, әлегә әпен-төпөн итеп ҡуйырға етер, артабан күҙ күрер, иң мөһиме халыҡ өсөн мәҙәни үҙәк булһын. Башлыҡ, бәлки, күберәк тә бирер, кем белә, - тип әйткәйне ул.

Айнурҙың был һорауы буйынса күптән түгел Әхәт Йәүҙәт улы Бәләкәй Мусаға барҙы. Улар Айнур менән бергәләп элекке мәктәп бинаһын ҡаранылар. Ташландыҡ мәктәпте клуб итергә буламы икәнен үҙ күҙҙәре менән ҡаранылар, баһаланылар.

- Ауылда клуб кәрәк, - тип ныҡышты Айнур Ҡәҙимов.

- Был бинала тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе алмаштырырбыҙ, ҡалған ваҡ-төйәгенә лә аҡса табырбыҙ, - тигән район башлығы.

Был ауылда староста Ирек Кәримов та бик дәртле, ул да ауыл яҙмышы өсөн янып йөрөүселәрҙең береһе. Ул тәүҙәрәк, аҡсаны халыҡтан йыяйыҡ та ҡуяйыҡ, тип әйткән. Тик Айнур ауыл халҡының хәлен яҡшы белә. «Быға тиклем зыяратҡа, ошо мәктәп янын кәртәләүгә лә аҡса йыйҙыҡ. Йәлләйек аҙыраҡ ауылдаштарҙы. Хәҙер, ана, сүп сығарыу өсөн дә түләү кереттеләр. Киләсәктә Бәләкәй Мусала стела ҡуябыҙ, унда ла аҡса кәрәк буласаҡ. Әлегә ауыл халҡын мәшәҡәтләмәй торайыҡ», - ти ул.

8 мартҡа ҡәҙәре клуб итмәксе улар. Ошо уйҙарын тормошҡа ашырһалар, Алла бирһә, Бәләкәй Муса ауылы ирҙәре ҡыҙҙарын клубта ҡотлар.
Читайте нас: