Все новости
Мәҙәни мөхит
12 Февраля 2019, 13:05

КИЛӘҺЕ ОСРАШҠАНҒА ТИКЛЕМ!

Үткән шәмбе көнө беҙ Абдул ауылына барып концерт ҡуйып ҡайттыҡ.

Үткән шәмбе көнө беҙ Абдул ауылына барып концерт ҡуйып ҡайттыҡ. Артист өсөн иң ҡыуаныслыһы нимә, тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, яратҡан, хөрмәт иткән тамашасыларыбыҙҙың залды тултырып ултырыуы! Был яҡтан беҙгә тағы ла бәхет йылмайҙы. Залда тамашасылар шығырым тулы булды, бер генә буш урын да юҡ ине. Улар һәр бер сығышты дәррәү алҡыштарға күмеп, артистарҙы ҡабаттан саҡырып сығарып ҡына торҙо. Халыҡтың мәҙәни сараларға шулай күп килеүе бындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең оло хеҙмәт емеше, тип әйтер инем. Тимәк, халыҡ бында үҙҙәренең клуб хеҙмәткәрҙәрен хөрмәт итә, мәҙәниәт менән дуҫ, йыр-моң һөйә тигән һығымта яһарға була. Беҙҙе дәртләндереп ҡул сабып ултырғандары өсөн тамашасыларға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Бик йылы итеп ҡаршы алып, йүгереп йөрөп ярҙам иткән, сәйҙәр менән һыйлаған клуб хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ айырым рәхмәтте баянсы Айҙар Хөснөтдиновҡа әйтке килә. Бер нисә сәғәт эсендә генә репетиция яһауға ҡарамаҫтан, ул беҙгә музыкаль яҡтан бик ҙур ярҙам күрһәтте. Баян көйөнә ҡушылып йырлауы бигерәк рәхәт бит ул! Бына фонограммаға һин эйәреп йырлайһың, ә баян һиңә эйәреп уйнай. Беҙҙең концертты шундай моңло баян тауышы менән биҙәгәне өсөн Айҙарға бигерәк тә рәхмәтлебеҙ. Абдулдарҙың клубтары ла үҙҙәре кеүек балҡып тора. Унда шундай яҡшы ремонт эшләнгән. Күҙҙең яуын алырлыҡ! Абдул һәм Зәк-Ишмәт халҡы ғүмер буйы ҡатышып, татыу йәшәй. Бер-береһенә ҡунаҡтарға йөрөп тора. Рәхмәт һеҙгә, тағы бер тапҡыр! Артабан да шулай дуҫ йәшәрбеҙ, тип ышанабыҙ. Киләһе осрашҡанға тиклем!
Читайте нас: