Республикала йыл да полиция хеҙмәткәрҙәренең үҙешмәкәр ижади коллективтарының фестивале уҙа. Был матур традиция полицияла хеҙмәт итеүселәрҙең дә йыр-бейеүгә маһир икәнлеген күрһәтә.
Былтыр бындай фестиваль Ермолаевола уҙҙы. Унда көйөргәҙеләр Гран-при яулағайны. Быйылғы сара Өфөлә үтте һәм ул республиканың һәм Башҡортостан Эске эштәр министрлығының 100 йыллыҡ юбилейына арналды.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең был ижади конкурсында Көйөргәҙе районы полицияһы быйыл 2-се урын яулап ҡайтты. Күмертау полицияһы 3-сө урынға сыҡты. Гран-при Өфө полицияһы хеҙмәткәрҙәренә эләкте.