Все новости
Мәҙәни мөхит
12 Февраля 2019, 12:46

РӘХӘТЛӘНЕП ЯЛ ИТТЕЛӘР

Үткәнендә Яҡуп клубы проблемаһын белешеп йөрөгәндә үк урындағы халыҡ райондан артистар килә тип көтә ине.

Үткәнендә Яҡуп клубы проблемаһын белешеп йөрөгәндә үк урындағы халыҡ райондан артистар килә тип көтә ине. Көткәндәре бушҡа булмаған - йома көнө бында “Йәшлек” мәҙәниәт йорто таланттары ғына түгел, ә хакимиәттең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте комитетынан да килеп төшкәндәр.

Спортзал тиһәң дә, күңел асыу өсөн ысын клуб кәрәкме ни, ана, элек аулаҡ өйҙә лә ғәләмәт байрам яһағандар. Яҡупта ла был көндө ултырғыстарҙы класс бүлмәләренән ташығандар, сәхнәлә торған турникты алып торғандар ҙа рәхәтләнеп концерт ҡарағандар. Аҙаҡ йәштәр өсөн дискотека ла булған.

Моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған байрамды ойоштороусыларҙың да, ауыл халҡының да күңелдәре булды. Артабан да бындай саралар күп булыр, ауыл халҡы рәхәтләнеп ял итер.
Читайте нас: