Все новости
Мәҙәни мөхит
12 Февраля 2019, 14:04

СТУДЕНТТАР ГӨРЛӘТТЕ СӘХНӘНЕ

9 февралдә ауылыбыҙ клубында бик матур сара — «Ни хәл, студент?» исемле музыкаль программаһы гөрләп үтте!

9 февралдә ауылыбыҙ клубында бик матур сара — «Ни хәл, студент?» исемле музыкаль программаһы гөрләп үтте!

Беҙҙең ауылдан барлығы 18 студент булһа ла, был көндө уларҙың алтыһы ғына — Алһыу Аҡсурина, Динара Вахитова, Илүзә Вахитова, Мәҙинә Ишмөхәмәтова, Гүзәлиә Хөсәйенова, Юлай Бикбулатов бер һүҙһеҙ тыңлап, сараны үткәреүҙә әүҙем ҡатнаштылар.

Был көндө студенттарыбыҙ үҙҙәре менән таныштырып, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреп кенә ҡалманы, ә шулай уҡ күңелле студент тормошонан төрлө өҙөктәр күрһәттеләр һәм тамашасыларға йәмле концерт бүләк иттеләр.

Уларҙы ҡотлап, ауылыбыҙҙың һәләтле артистары Илшат һәм Фәнис Хөсәйеновтар, Дилә һәм Лилиә Вәлидовтар дәртле йырҙары, бейеүҙәре менән сығыш яһанылар.

Афарин, йәштәр! Һәр саҡ шулай әүҙем, дәртле, алсаҡ булығыҙ! Студенттарыбыҙға уҡыуҙарында тик уңыштар ғына теләйбеҙ! Бөтә мәшәҡәттәрен ташлап килгән, йәштәрҙе дәртләндереп алҡыштарға күмеп ултырыусы тамашасыларыбыҙға ла ҙур-ҙур рәхмәт!
Читайте нас: