Все новости
Мәҙәни мөхит
15 Февраля 2019, 12:54

Бар күңел йылыһын һалғандар

Быйыл бөтә Рәсәй халҡы бөйөк рус шағиры Александр Сергеевич Пушкиндың тыуыуына 220 йыл тулыуҙы билдәләй. Был дата айҡанлы, илдә күп саралар үтә, үтәсәк. Беҙҙең данлыҡлы Шәбағыш музейы ла унан ситтә ҡалмай, бында ла байтаҡ саралар планлаштырыла.

Үткән шаршамбы көндө Күмертау художество мәктәбе менән берлектә Шәбағыш музейы директоры Рафиҡ Әминев шағирға һәм уның әҫәрҙәренә арналған рәсемдәр конкурсын ойошторҙо. Сарала урындағы яҙыусылар ҙа телмәр тотто, уҡыусыларға шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Конкурста ҡатнашып еңгән һәм төрлө номинацияларҙа билдәләнгән балаларға Почет грамоталары тапшырылды.

- Уҡыусы балалар бөйөк рус шағиры, драматург, яҙыусы А. Пушкиндың әҫәрҙәрен яратып уҡыйҙар һәм уға арнап алтмышлаған рәсемдәр төшөрөп тапшырҙылар. Уларҙың бөтә күңел йылылығын биреп башҡарған эштәре күргәҙмәгә ҡуйылды, - ти Рафиҡ Әминев.
Читайте нас: