Яңы Таймаҫ ауылы клубында «Йырлайыҡ әле икәү» тип аталған кисә уҙҙы. Унда үҙебеҙҙең ауыл артистары ғына түгел, ә күрше Зәк-Ишмәт, Михайловка ауылынан килгән артистар ҙа булды. Парлашып йырлаусыларҙы ҡарап, тыңлап ултырыуы бигерәк тә күңелгә ятты. Тамашасылар һәр бер сығышты дәррәү алҡыштар менән оҙатып, бик риза булып таралышты. Концерт юғары кимәлдә ойошторолған. Шундай шәп тамаша ойоштороусы Яңы Таймаҫ мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәбеҙ һәм тағы ла шундай матур саралар көтөп ҡалабыҙ!