Все новости
Мәҙәни мөхит
26 Февраля 2019, 13:27

“Үҙем өсөн дә яңылыҡтар астым”

Үткән аҙнала Күмертауҙа “Аэробика минең тормошом” тип исемләнгән республика асыҡ бейеү фестивале үтте.

Үткән аҙнала Күмертауҙа “Аэробика минең тормошом” тип исемләнгән республика асыҡ бейеү фестивале үтте.

Унда етәкселәре Татьяна Исҡужина менән Зәк-Ишмәт ауылы ҡыҙҙары ла ҡатнашты. Улар, ике бейеү менән сығыш яһап, 2-се урынға лайыҡ булды. Еңеүҙәре өсөн етәкселәре Татьяна Исҡужинаға, мәктәп директорҙары Әлфиә Рәхимоваға Рәхмәт хаттары тапшырҙылар. Кескәй бейеүселәребеҙҙең дә һәр береһе Почет грамоталары һәм тәмлекәстәр алып ҡыуанды. Яңы ғына бейей башлаған ҡыҙҙарҙың уңыштарына тағы ла ике кубок өҫтәлеүенә улар һис шикһеҙ шат.

- Ошондай ярыштарҙа ҡатнашып ҡыҙҙарҙың ҡыуанысын, күҙҙәрендәге осҡондарын күреп шатланам мин. Конкурста үҙем өсөн дә күп яңылыҡ, яңы йүнәлештәр алдым. Зәк-Ишмәт мәктәбендә үҙемдең инглиз теле дәрестәремде уҡытҡандан һуң “Калейдоскоп” тип исемләнгән бейеү түңәрәге алып барам. Түңәрәктә был конкурсҡа әҙерләнеү ныҡ барҙы, уларға үҙем юбкалар ҙа тектем.

Ошондай күркәм республика конкурсын ойоштороусы Гүзәл Ғәзизоваға, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙып, ярышҡа барыуҙы ойошторғандары өсөн мәктәп директорыбыҙ Әлфиә Рәхимоваға, директор урынбаҫарҙары Айгөл Гурьяноваға, Рәмзиә Зәйнәғәбдиноваға, балаларҙы оҙата барыусы Алина Кәримоваға һәм ата-әсәләргә рәхмәтлемен. Артабан да бергә булһаҡ, еңеүҙәребеҙ ҙә күберәк булыр, - ти Татьяна Исҡужина.
Читайте нас: