Все новости
Мәҙәни мөхит
26 Февраля 2019, 13:38

Мөғжизәле байрам

Йома көнө күҙ асҡыһыҙ буран булыуға ҡарамаҫтан, йыраҡ араларҙы яҡынайтып, Абдул ауылына бүләктәрен йөкмәп Якубович килеп етте. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап ул «Мөғжизәләр яланы» уйынын үткәрҙе.

Йома көнө күҙ асҡыһыҙ буран булыуға ҡарамаҫтан, йыраҡ араларҙы яҡынайтып, Абдул ауылына бүләктәрен йөкмәп Якубович килеп етте. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап ул «Мөғжизәләр яланы» уйынын үткәрҙе.

Уйында ауылыбыҙ ир-егеттәре — Алик Собханғолов, Радик Кәримов, Салауат Байғужин, Миңлеғәли Чурин, Хәйҙәр Хәлитов, Алик Аҙнабаев, Ғәлим Хәйбуллин, Айнур Ниғмәтуллин, Азат Ниғмәтуллин дәртләнешеп ҡатнашты.

Уйынсыларҙың һәр береһе үҙенсәлекле бүләктәр тотоп килгән ине. Береһе Якубовичҡа милли костюм, икенсеһе ветврач кейеме кейҙерҙе. Скандинав таяғы ла тотторҙолар. Музыкаль бүләктәр ҙә етәрлек булды. Бик ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барған уйында Алик Аҙнабаев еңеп сыҡты.

Уйында ҡатнашыусыларҙың ҡатындары ла буш ҡул менән килмәгән. Улар ир-егеттәргә үҙҙәренең фотолары төшөрөлгән бокалдар бүләк итте.

Шундай матур, күңелле, мөғжизәле байрам ойошторғандары өсөн үҙебеҙҙең район Якубовичы — Кинйәабыҙҙан Харрас Сәлмән улы Биктимеровҡа һәм уның тормош иптәше Мөслимә Нурулла ҡыҙы Биктимероваға Абдул ауылы халҡы исеменән ҙур рәхмәт белдерәм. Үҙебеҙҙе Мәскәүҙәге, 1-се каналдағы, «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуында булғандай хис иттек. Яҡшы байрам кәйефе өләшкәндәре өсөн рәхмәттәребеҙ сикһеҙ. Барыбыҙ ҙа күңелдәребеҙ булып, шатланышып-көлөшөп, йәшәүгә көс-дәрт алып таралыштыҡ.
Читайте нас: