Все новости
Мәҙәни мөхит
1 Марта 2019, 14:35

Бауырһаҡты татымаған юҡ олоһо, юҡ бала

Кисә Стәрлебашта Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Бөтә донъя фольклориадаһына арналған башҡорт фольклоры, йолалары, милли аш-һыуҙары һәм кейемдәрен тергеҙеү буйынса төбәк фестиваль-конкурсы уҙҙы.

Кисә Стәрлебашта Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Бөтә донъя фольклориадаһына арналған башҡорт фольклоры, йолалары, милли аш-һыуҙары һәм кейемдәрен тергеҙеү буйынса төбәк фестиваль-конкурсы уҙҙы.

Быуындарҙан-быуындарға бешереү сере ҡала,

Бауырһаҡты татымаған юҡ олоһо, юҡ бала, - тигән шиғыр юлдары менән башлап ебәрге килә был мәртәбәле сара хаҡында. «Башҡорт халыҡ аштары: бауырһаҡ байрамы»нда Федоровка, Мәләүез, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ишембай райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Өфөнән Гөлфиә Янбаева, Рәйсә Күзбәкова, Сәрүәр Сурина, Фәнүзә Баһаутдинова килгәйне.

Көйөргәҙе районы делегацияһы өс кешенән торҙо: «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайы директоры Зөлфирә Эйтерник, Свобода ағинәйе Зәйтүнә Рахманғолова һәм ошо юлдар авторы — Тамара Малбаева. Байрам шул тиклем яҡшы ойошторолған. Уны һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ түгел, үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк. Бында ниндәй генә аш-һыу юҡ! Стәрлебаштар был конкурсҡа бик ентекле әҙерләнгән. Бауырһаҡ тарихы буйынса айырым китап та сығарылған, шиғырҙар ҙа ижад ителгән. Хатта, урындағы композиторҙары бауырһаҡҡа арнап йыр ҙа сығарған. Барлығы 32 төрлө бауырһаҡ булыуы хаҡында ла белдек. Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаровтың байрамдың башынан аҙағына хәтлем булыуы ла сараға оло мәртәбә өҫтәне. Шуныһы ла мәғлүм булды — беҙҙең Көйөргәҙе районында башҡортса төшөрөлгән «Сәк-сәк» фильмы бауырһаҡ тураһындағы берҙән-бер фильм икән.

Ошондай күркәм сараға барып ҡайтырға транспорт менән ярҙам иткәне өсөн район хакимиәте етәкселегенә оло рәхмәт белдерәбеҙ. Һүҙемде байрамда отоп алған «Эй, уңған бауырһағым!» шиғыры менән тамамлағым килә:

Халҡымдың милли ризығы - табын йәме бауырһаҡ.

Телегеҙҙе йотоп ҡуймағыҙ, ашарға кәрәк бик һаҡ.

Был ризыҡты түҙемлеләр һәм уңғандар бешерә

Ә бер ҡабып ҡарағандар иҫтәренә төшөрә.

Маҡтана был тиеп, уйлап ҡуймағыҙ тағы!

Маҡтанһам да урыным бар, эй, уңған бауырһағым!
Читайте нас: