Все новости
Мәҙәни мөхит
5 Марта 2019, 13:34

Яҡутта - яңы байрам

Башҡорт ғаиләһе көнө, календарҙа, яңы байрам. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ошо башланғысҡа Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто әүҙем ҡушылды. Бар сараларҙы ағинәйҙәр ойошмаһы менән берлектә үткәрәбеҙ.

Башҡорт ғаиләһе көнө, календарҙа, яңы байрам. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ошо башланғысҡа Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто әүҙем ҡушылды. Бар сараларҙы ағинәйҙәр ойошмаһы менән берлектә үткәрәбеҙ. Быйылғы йылда матур тормош юлын үтеп, бергә иңгә-иң терәп йәшәгән ауылыбыҙҙың иң оло парҙары Насиба һәм Рафиҡ Ҡәҙерғәлиндарҙы гәүһәр туйҙары менән ҡотлап үттек. Матур ҙа, һынаулы ла тормош юлын үтеп, улар дурт ир балаға ғүмер бирәләр. Сығышы менән Насиба апай Төйлөгән районы Дәүләтҡол ауылы ҡыҙын күршеләренә ҡунаҡҡа килгән Рафиҡ авзый сибәр, уңған ҡыҙҙы шундуҡ шәйләй. Һабантуй бәйгеһендә ал бирмәгән егет ҡыҙҙың күңелен арбай. Йәштәр шул уҡ йылды гөрләтеп туй яһайҙар. Балаларын өйләндереп һәр береһе үҙ юлын табып өлгөлө донъя көтәләр. Ояһында ни күһә, осҡанында шул була тиҙәр, уларҙың балалары үҙҙәренә оҡшап эшсән, тырыштар. Һәр береһе үҙ аллы донъя ҡороп, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләйҙәр.

Бәләкәйҙән ауыр тормош һынауҙарын үткән, ел-ямғырлы, һикәлтәле тормош юлдары сыныҡтырған юбилярҙарыбыҙ бөгөн ихласлыҡтары, киң күңелле, көләс йөҙлө, ипле һүҙлелектәре менән бар ауылдаштарыбыҙға өлгө булып торалар. Рафиҡ авзый 12 йәшенән колхоз комбайндарына яғыулыҡ ташып эш башлай, хәҙерге заманда быны күҙ алдына килтеүе бик ауыр, ләкин заманы шулай ине, ти. Атайым бригадир булды, минең кәүҙәм ҙур булғанғамы гел ауыр эште минә ҡуша торғайны, ти. Ә Насиба апай бәләкәйҙән йырға әүәҫ булдым, ти. Ниндәй эштә эшләһә лә, йырлап йөрөгән. Әле лә ул беҙҙең бороңғо башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы апайҙарыбыҙҙың береһе. Рафиҡ авзый менән Насиба апайҙың бына шундай иҫ киткес матур башҡорт ғаиләһе булыуҙары менән беҙ уларҙы тәбрикләнек. Ҡотлау һүҙҙәрен шулай уҡ ауыл хакимиәте башлығы Аскар Исат улы Кинжалеев, Мораптал ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәғиҙә Карамат ҡыҙы Нафиҡова ҡиммәтле бүләтәр менән президент ҡотлауҙарын да еткерҙеләр, Шулай уҡ ҡотлауҙарға Яҡут ауылы Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Хәмдиә Рәшитова ла, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды.

Гәүһәр туйығыҙ ҡотло булһын! Киләсәктә лә ауылдаштарыбыҙҙы һоҡландырып, балаларығыҙға үрнәк, таяныс булып йәшәргә яҙһын бергә!
Читайте нас: