Байрам көндәре алдынан Күмерселәр мәҙәниәт һарайында ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған “Һөйөклөләребеҙгә сәскәләр” исемле матур тамаша булды. Селтәр оҫтаханаһы, ҡала башҡорттары ҡоролтайының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы менән берлектә ойошторолған “Күмертау селтәре” башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәренең фестиваль-конкурсы уҙҙы.
Фойела урынлашҡан күргәҙмәлә 50 оҫтабикәнең йөҙҙән ашыу түшелдерек, һаҡал, алмиҙеү, селтәрҙәренән күҙҙәр ҡамашты. Уларҙың һәр береһе зауыҡ менән, күңел йылыһын һалып, күҙ нурын түгеп эшләнгән.
Сараны ҡурай моңо, сибәр ҡыҙҙарҙың талғын бейеүҙәре тулыландырҙы. Мәртәбәле жюри һәр эште ентекле ҡарап үҙенең баһаһын ҡуйҙы.
“Һаҡал” номинацияһында – Гөлшат Байғужина;
“Алмиҙеү” номинацияһында – Әлиә Исхаҡова;
“Селтәр” номинацияһында- Люциә Сөләймәнова;
“Стилләштерелгән башҡорт балалар биҙәүесе” – номинацияһында – Фәрзәнә Әбсәләмова;
“Стилләштерелгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүесе” номинацияһында – Әлиә Дәүләтшина;
“Ҡатын-ҡыҙҙарҙың стилләштерелгән түш биҙәүесе” номинацияһында – Алина Аҙнағолова;
“Традицион булған ҡатын-ҡыҙ түш биҙәүестәре” номинацияһында - Ләйсән Хәлитова.