Все новости
Мәҙәни мөхит
19 Марта 2019, 14:56

Әҙерлек - юғары кимәлдә

15 мартта Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда 6 йәштән 10 йәшкә тиклемге балалар араһында «Көйөргәҙе ынйыҡайы», «Көйөргәҙе ыласынҡайы» конкурстары үткәрелде.

15 мартта Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда 6 йәштән 10 йәшкә тиклемге балалар араһында «Көйөргәҙе ынйыҡайы», «Көйөргәҙе ыласынҡайы» конкурстары үткәрелде.

Бәләкәй таланттар ата-әсәләре, етәкселәре менән бергә сараға юғары кимәлдә әҙерләнгән. Ынйыҡайҙар, ыласынҡайҙар үҙҙәре менән таныштырып, таланттарын күрһәтеп, ғаиләләре менән бергә эшләгән төрлө ҡул эштәре, сувенирҙар эшләп, төрлө киноларҙағы, әкиәттәрҙәге актерҙар булып кейенеп, образдарға кереп сәмләнеп, дәртләнеп ярышты. Уларҙың сағыу сығыштарын ҡарап дәртләнеп тә, ҡыуанып та ултырҙыҡ, йөрәк тә әрнеп китте. Интернет селтәре аша үтеп ингән төрлө сит ил тәрбиәләренә ҡаршы, мәҙәниәттең бер үҙе генә көрәшергә көсө етмәгәнлеген ошонан ғына ҡарап та белеп була ине. Бында беҙгә атай-әсәйҙәр, туғандар, етәкселәр, халыҡ, йәмғиәт менән бергә эшләү кәрәктер.

Ынйыҡайҙар араһында 3-сө урындарҙы Ҡансыра ауылынан Алтынай Сәйфуллина (етәксеһе – Илназ Уразбаев), Илкәнәйҙән Аделина Мөхәмәтшина (етәсеһе - Рина Әхтәмова), 2-се урындарҙы Яҡут ауылынан Даяна Ғәббәсова (етәксеһе – Рәмзиә Әбйәлилова), Ермолаево ауылынан Сафина Рәшитова, беренсе урынды Шәбағыш ауылынан Алина Күсәрбаева (етәксеһе – Розалия Әхийәрова), Гран-приҙы Яҡшымбәт ауылынан Гөлгөнә Суванова (етәксеһе – Гөлшат Хәйбуллина) алды.

Ыласынҡайҙар араһында 3-сө, 1-се урындарҙы - Яҡут ауылынан Байрас Әбйәлилов, Динислам Ялсыҡаев (етәксеһе - Рәмзиә Әбйәлилова), 2-се урынды Ҡансыра ауылынан Айназ Уразбаев (етәксеһе – Илназ Уразбаев), Гран-приҙы Ермолаево ауылынан – Айҙар Мөхәмәтшин алды.

Шуныһы ҡыуаныслы: биш йыл элек 6 йәштән ҡатнашып, конкурста урын ала алмаған Гөлгөнә Суванова ла ныҡышмалылығын күрһәтеп, Гран-при яуланы.
Читайте нас: