Все новости
Мәҙәни мөхит
19 Марта 2019, 14:14

Хәтергә алдыҡ

Был доньяға килгән һәр кеше, үҙенән һуң ниндәйҙер иҫтәлек, эҙ ҡалдыра. Районыбыҙ, ауылыбыҙ тарихында шундай сағыу шәхестәрҙең береһе булып тороусы Әфтәх Ғата улы Ишмаевты белмәгән, ишетмәгән кеше һирәктер. Ошо көндәрҙә уның тыуыуына 100 йыл тулды. Әфтәх Ишмаев иҫтәлегенә Яңы Мораптал ауылының Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейында хәтер кисәһе уҙғарылды.

Был матур сараға район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Дамир Байгилдин, Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеев һәм Әфтәх Ишмаев заманында эшләгән ветерандар саҡырылды. Түңәрәк өҫтәл артында барған һөйләшеүҙә ҡунаҡтарҙың барыһы ла бер-береһен бүлдерә-бүлдерә Әфтәх Ғата улы хаҡындағы матур хәтирәләрен барланы, уның ниндәй яҡшы кеше, булдыҡлы етәксе икәне хаҡында бәйән итте. Эйе, Ә. Ишмаевтың ҡыҫҡа ғына ғүмеренең тарихы үҙе бер китап яҙырлыҡ шул.
Читайте нас: