Все новости
Мәҙәни мөхит
26 Марта 2019, 13:11

Башлаған эште тамамлар кәрәк

Бәләкәй Муса ауылында, элекке мәктәп бинаһын ремонтлап, ауыл халҡы өсөн клуб буласаҡ, һәм 8 Мартҡа асылып, халыҡ бында концерт ҡарар, тип яҙғайныҡ гәзиттә. Тик әлегә ауыл клубы әҙер түгел.

Бәләкәй Муса ауылында, элекке мәктәп бинаһын ремонтлап, ауыл халҡы өсөн клуб буласаҡ, һәм 8 Мартҡа асылып, халыҡ бында концерт ҡарар, тип яҙғайныҡ гәзиттә. Тик әлегә ауыл клубы әҙер түгел.

Бында байтаҡ эштәр башҡарылған, иҙән, түбә, стеналар буялған, тәҙрәләр алмаштырылған. Аҙ ғынаһы ҡалған: электр сымдарын яңыртыу һәм яңы ишек ҡуйыу. Дөрөҫ, өҫтәл-ултырғыстар ҙа кәрәк.

Ауыл старостаһы Ирек Кәримов, башлаған эште һис шикһеҙ тамамлап ҡуйыу фарыз, тип тырышып йөрөй.

- Бында башҡарылған ремонт эштәренә әлегә 100 мең һум самаһы аҡса тотонолған, барыһы ла бурысҡа. Аҙаҡ аҡсаны нисек тә табырбыҙ, эште эшләйек тәүҙә, тип киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ. Клуб беҙгә бик кәрәк. Пенсия алып килһәләр ҙә урамда тиерлек тараталар, сход булһа ла урамда йыйыла халыҡ, шуға беҙгә мотлаҡ йылы матур урын кәрәк. Дини байрамдарҙы ла үҙебеҙҙә үткәрер инек, йәштәр ҙә байтаҡ беҙҙә. Ауыл советы, ауылдаштарыбыҙ ярҙамында үткән йыл байтаҡ эштәр башҡарҙыҡ. Берәү ҙә иҫәпләшеп тормай, рәхмәт барыһына ла, - ти Ирек Кәримов.

Был хаҡта Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы Тимур Иҙрисовтан да белештек.

- Бина береһенеке лә түгел, юридик яҡтан юҡ иҫәпләнә, был да эште ҡатмарлаштыра. Шуға күрә ремонтҡа тип аҡса бүлеп булмай. Закон буйынса бындай хужаһыҙ биналар өсөн бер тин дә аҡса бүлергә тейеш түгелбеҙ. Ә беҙ халыҡты уйлап, уларға төрлө яҡлап ярҙам итеү юлдарын эҙләргә тырышабыҙ, - ти Тимур Насибулла улы.


Читайте нас: