Все новости
Мәҙәни мөхит
19 Апреля 2019, 15:11

Көйөргәҙеләр «Урал иле»ндә гөрләй

«Яҙҙар етте, гөрләүектәр гөрләй!» - тиһегеҙме? Ул ғына ла түгел, Театр тулҡындарына ҡушылып, көйөргәҙеләр «Урал иле»ндә гөрләй!

«Яҙҙар етте, гөрләүектәр гөрләй!» - тиһегеҙме? Ул ғына ла түгел, Театр тулҡындарына ҡушылып, көйөргәҙеләр «Урал иле»ндә гөрләй!

2012 йылда районыбыҙҙа фольклор ижадын ныҡлы үҫтереү өсөн беренсе тапҡыр «Урал иле» конкурсы үткәрелгәйне, уға эйәреп Асыҡ Республика балалар һәм үҫмерҙәр ижады фольклор фестивале - «Аҡбуҙҙатта ҡунаҡта» үткәрелә башланы. Ике йылға бер үткәрелгән фестиваль-конкурстарҙа районыбыҙҙың барлыҡ ауыл клубтары һәм ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре, коллективтар ҡатнашты. Быйыл IV Бөтә Донъя фольклориада рамкаһы аҫтында үтеп, Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөүенә 100 йыл тулыуға бағышланған «Урал иле » асыҡ район фольклор фестивале дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Быйылғыһы 12 апрелдән 24 апрелгә тиклем барасаҡ: Мораптал, Шәбағыш, Таймаҫ, Айсыуаҡ, Бахмут, Бөгөлсән, Яҡшымбәт ауыл мәҙәниәт йорттарында 42 ауыл клубы таланттарын йыйып сығыш яһайҙар. Бында фольклор коллективтар; халыҡ йырҙары, бейеүселәләре таланттары, сәсәндәре, ҡул оҫталары, һүрәт төшөрөүселәр, ҡурайсылар үҙ маһирлыҡтарын күрһәтеп көс һынаша, халҡыбыҙға байрам эшләй. Әлегә ваҡытта Мораптал ауылы мәҙәниәт йорто менән Шәбағыш ауылы һәүәҫкәрҙәре халҡыбыҙға оло байрам күрһәтте. Мораптал ауылында конкурс өс сәғәт барһа ла, халыҡ арыманы, алҡышлап һәр баланы, ағинәйҙе, аҡһаҡалды ҡаршы алды, оҙатты һәм унда балаларҙың күп сығыш яһауы беҙҙе бик ҡыуандырҙы. Шәбағыш ауылында моңло тауышлылар бик күп икән. Ун етеһе көндә был мәҙәниәт йортонда ла халыҡ гөрләп торҙо. Сөнки ауылдың бар аҡһаҡалдары, ағинәйҙәре мәҙәниәт усағына йыйылып, бай йөкмәткеле күргәҙмәләр ойоштороуға оло ярҙам күрһәткән. «Урал иле»нең еңеүселәрен –лауреаттарҙы май аҙаҡтарында ҡотлауҙар көтә. Таланттарыбыҙҙы Һабантуй байрамдарына, Республика кимәлендәге ҙур концерттарға саҡырылыу көтә.
Читайте нас: