Все новости
Мәҙәни мөхит
23 Апреля 2019, 15:09

Тере музыка яңғыраны

Йома көнө 3-сө БРГИ-ла бик шәп концерт уҙҙы. Был көндө белем усағында ойошторолған «Музыка аҙнаһы» сиктәрендә Йәүҙәт Авғанур улы Усманов саҡырыуы буйынса беҙгә ҡунаҡҡа Алексей Радикович Шляхин етәкләгән ҡаланың халыҡ тынлы оркестры килгәйне.

Йома көнө 3-сө БРГИ-ла бик шәп концерт уҙҙы. Был көндө белем усағында ойошторолған «Музыка аҙнаһы» сиктәрендә Йәүҙәт Авғанур улы Усманов саҡырыуы буйынса беҙгә ҡунаҡҡа Алексей Радикович Шляхин етәкләгән ҡаланың халыҡ тынлы оркестры килгәйне. 3-сө БРГИ-ның музыка уҡытыусыһы Йәүҙәт Авғанур улы үҙе лә ошо оркестрҙа уйнай. Уҡыусыларға тынлы оркестр башҡарған көйҙәр бигерәк ныҡ оҡшаны. Улар тын да алмайынса тыңлап ултырҙы. Концерт һуңында балалар бер тауыштан: «Беҙгә тағы килегеҙ!» - тип ҙур рәхмәттәрен әйттеләр. Ысынлап та, был матур тамаша барыбыҙҙың да күңеленә әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ бер ҡыуаныс өҫтәне. Тере музыка тыңлау радио, компьютер, телевизор аша көйҙәр тыңлауҙан бик күпкә айырыла икәненә инандыҡ. Был концерт беҙҙә тынлы оркестрға ҡарата һөйөү уятты.
Читайте нас: