Все новости
Мәҙәни мөхит
26 Апреля 2019, 14:56

Күңелдәрҙә мәңгелеккә уйылып ҡалыр сара!

Ҡунаҡҡа саҡырҙылар әле бөгөн! Иртәнән бирле ошо хаҡта уйлап йөрөйөм, сөнки ябай ҡунаҡ түгел, ә тылсымлы ҡунаҡ! Тылсым эйәһе – ауыл китапханаһы мөдире - Миләүшә Фәғәл ҡыҙы Гудеева.

Ҡунаҡҡа саҡырҙылар әле бөгөн! Иртәнән бирле ошо хаҡта уйлап йөрөйөм, сөнки ябай ҡунаҡ түгел, ә тылсымлы ҡунаҡ! Тылсым эйәһе – ауыл китапханаһы мөдире - Миләүшә Фәғәл ҡыҙы Гудеева.

Өйрәнгән юлымдан ашығып килеп еттем, бәй, һуңлап та киткәнмен икән. Ҡабаланып ишек тотҡаһына үреләм. Мин күреп өйрәнгән китапханаға нимә булған? Иҙәнгә һуғылған балаҫтар түшәлгән, тәҙрәләргә сигелгән ҡормалар эленгән, хатта, ултырғыстарға бәйләнгән түшәктәр йәйелгән. Китапхана, ысынлап та, танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Стеналарҙа - төрлө сараларҙа төшөрөлгән фотоларҙан матур күргәҙмә, күргәҙмәнән күренеүенсә, бөгөн библиотөн. Зәк-Ишмәт китапханаһында библиотөн йыл да үҙенсәлекле үтә. Быйыл да ул хәтеребеҙҙә мәңге ҡалырлыҡ сараларҙың береһе булды.

Сарабыҙ бер нисә өлөштән торҙо. Тәүге өлөшө Театр йылына арналып, «Бөтөн донъя - театр» тип аталды. Саҡырылған ҡунаҡтар төрлө спектаклдәрҙән өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Талантлы кешеләр йыйылған икән! Һәр беребеҙ үҙебеҙҙең костюмға ярашлы ролдәр башҡарҙыҡ. Анау бүкән өҫтөндә сыбыҡ болғап, йәш ҡыҙҙарҙы әрләп тә, маҡтап та тороусы сибәр инәй - «Йөрәк майым» спектакле геройы, ә беҙең тормошта - Рәмилә апай Әкбәрова. Әйткәндәй, беҙ уны бер тауыштан «Йыл кешеһе» тип исемләнек. Йәш килен менән ҡәйнә ролендә Әлфиә апай Йосопова килене Регина менән. Улар ҙа үҙ ролдәрен бик матур башҡарҙы. Тормошта ла күптәргә өлгө булырҙай килен менән ҡәйнә бит улар! Биҙәлгән көйәнтәләргә матур биҙрәләр элеп, теҙелешеп һыуға китеп барыусылар - мин үҙем, артымдан Йондоҙ эйәргән (исеме генә түгел, үҙе лә йондоҙ, сөнки ролдәрен хәтәр шәп башҡара ул), Йондоҙҙоң артынан сәсенә ҙур ҡыҙыл таҫма тағып, бик модный кейенгән китапханасыбыҙ, ауылда ҡуйылған һәр спектаклдә бөтөн ролдәрен дә оҫта башҡарыусы Миләүшә килә. Тәҙрә төбөндә шәм яҡтыртып әкиәт уҡыусыларыбыҙ - мәктәп директоры Әлфиә Сәйҙәш ҡыҙы Рәхимова һәм «Ағинәй»ҙәрҙең баш инәйе Люциә Зәйнулла ҡыҙы Ишмөхәмәтова. Люциә Зәйнулла ҡыҙы «Яралы яҙмыш»тағы яратҡан роле - табип кейемендә. Улар эргәһендә сумочкаһын тотоп Сәүиә апай Зәйнәғәбдинова тора. Быйыл клубта ҡуйылған спектаклдә ҡатнашҡан ине ул, шул роленән сыға алмай, әле лә матур тауышы менән беҙҙе һоҡландырып, геройының яҙмышын тасуирлай. Почтальоныбыҙ Гөлмирә Фәғәл ҡыҙы Казбакова үҙ ролендә, ул - почтальон! Уны танымаған, белмәгән кеше юҡ. Әле лә гәзит-журналдарға яҙылырға өгөтләп йөрөй. Беҙ уны бер тауыштан хуплайбыҙ, әлбиттә, сөнки китап яратҡан кеше, китапханаға йөрөгән кеше, гәзит-журналһыҙ ҙа йәшәй алмай шул. Мотлаҡ яҙылырбыҙ! Ошо урында «Юшатыр» гәзите тураһында ла әйтмәй китә алмайым, сөнки беҙгә иң яҡын гәзит ул – «Юшатыр». Эштәр идарасаһы Гөлбаныу Зиннур ҡыҙы Зәйнәғәбдинова әйтеүенсә (ул да ҡатнашты был сарала) «Юшатыр» - яңылыҡтарҙы иң тәүгеләрҙән булып баҫтырыусы гәзит. Унда район, республика яңылыҡтары баҫыла. Беҙҙең ауылда уҙғарылған саралар тураһында мәҡәләләр һәр ваҡыт сығып тора. Уҡымлы гәзит.

Сарабыҙҙың икенсе өлөшө Мостай Кәримгә арналды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, яратҡан яҙыусым тураһында һөйләү бәхете миңә йылмайҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең биографияһына туҡталдым, шиғырҙарын һөйләп үттем. Бергәләп Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы йырлашып ултырҙыҡ. Миләүшә Мостай Кәримдең китаптарынан матур күргәҙмә эшләгән ине, ә тәҙрәнән беҙгә Мостай үҙе йылмайып торҙо! Ҡунаҡтар ике төркөмгә бүленеп, Мостайға арналған викторинала ҡатнашты, спектаклдәрен иҫкә төшөрҙө, повестары буйынса фекер алышты. Ошонда үҙебеҙ өсөн асыш яһаныҡ: Мостай Кәримде бөтәбеҙ ҙә яҡшы беләбеҙ, яратабыҙ, уҡыйбыҙ икән. Киләсәккә план да ҡороп ҡуйҙыҡ: Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған йырҙар буйынса музыкаль кисә ойошторайыҡ, спектаклдәренән өҙөктәр ҙә ҡуйырбыҙ.

Бер йыйылғас, тиҙ генә таралышып буламы һуң инде! Йырҙар йырлау яйлап бейеүҙәргә алып килде, рәхәтләнеп бейешеп, көлөшә-көлөшә сәй эсеп, киләсәккә пландар менән бүлешеп бик оҙаҡ ултырҙыҡ.

Матур яҙ көндәренә тағы ла күркәмлек өҫтәп, ауылыбыҙҙа сираттағы сараны ойоштороусы, китапханабыҙҙа ал-ял белмәй эшләүсе Миләүшә Фәғәл ҡыҙы Гудееваға ҙур рәхмәттәр әйтеп, эшендә ижади уңыштар теләп таралыштыҡ.

Нимәгә тотонһа ла, ялт иттереп ҡуя торған кешеләр була! Минеңсә, беҙҙең Миләүшә тап шундай. Уның кеүектәр беҙҙең тормошобоҙҙо йәмләй, тип әйтер инем мин. Күңелдәрҙә мәңгелеккә уйылып ҡалыр саралар үткәргән Миләүшәгә рәхмәт! Ҡунаҡтан күңелдәр булып таралыштыҡ.
Читайте нас: