Все новости
Мәҙәни мөхит
14 Мая 2019, 12:22

Өрмәгән ергә ултыртмайҙар

Совет эстрадаһы легендаһы, мәшһүр йырсы Юрий Шатунов Рәсәй һәм БДБ илдәре буйынса концерттар менән йөрөй. Ул - арҙаҡлы яҡташыбыҙ, 1973 йылдың 6 сентябрендә Элекке Күмертау (хәҙерге Көйөргәҙе) районының Савельевка ауылында тыуған. Заманында бер аҙ Күмертауҙың Юрий Гагарин исемендәге 2-се һанлы интернат-мәктәбендә лә уҡып киткән. Атаһы әле лә Күмертауҙа йәшәй.

Юрий Шатуновтың «Өндәшмәй ҡалма» исеме аҫтында үтеүсе яңы концерт програмаһы «Тыуған көн менән!», «Тет-а-тет», «Ә йәйҙең төҫтәре» кеүек яңы йырҙары менән байытылған. Әлеге көндә арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың сығыштары бар ерҙә лә аншлаг менән үтә, уны өрмәгән ергә ултыртмайҙар.

Быйыл, июль-август айҙарында, Юрий Шатунов тыуған яҡтарына - Савельевкаға килергә йыйына. Яҡташыбыҙҙың иҫәбе - мәрхүмә әсәһе Вера Гаврилова ҡәберенә зыярат ҡылыу.
Читайте нас: