Все новости
Мәҙәни мөхит
21 Мая 2019, 12:38

Көйөргәҙе гармунсылары - дипломант

14-15 майҙа Башҡортостандың Яңауыл ҡалаһында шаулап-гөрләп, атаҡлы гармунсы Фәтих Ихсанов исеменә арналған «Моңға бай гармун байрамы» үтте. Беҙҙең райондан, бигерәк тә Мораптал ауылы тальянсылары менән гармунсылары, 2005-се йылдарҙан бирле был байрамдарҙа әүҙем ҡатнашып килеп, маҡтаулы урындар алыуға ла иреште.

Быйылғы сарала ла районыбыҙҙың «Һабантуй» исемле гармунсылар ансамбле уңышлы ғына сығыш яһап, дипломант тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булып ҡайттыҡ. Сарала районыбыҙҙың билдәле гармунсылары Фәрит Юлтаев, Рәүеф Әбйәлилов, Дикат Ғөбйәҙуллин, Айҙар Хөснөтдинов, йәш гармунсыбыҙ Фидан Булатов, әле Күмертау ҡалаһында йәшәүсе, әммә үҙебеҙҙең район егете Йәмил Рафиҡов һәм инде нисәмә йылдар ошо сараларға беҙҙе әүҙем рәүештә ҡатнашлыҡ итеп йөрөтөүсе Фәнир Малбаев ағайыбыҙ булды.

Гармунсыларҙың уйнағанын баһалап ултырыусылар араһында, мәшһүр гармун оҫталары, атаҡлы баянсылар Минеәхмәт Ғәйнетдинов, Хәлит Фәтихов, Фирдус Шәрифуллиндарҙың булыуы сараға ғәм һәм йәм генә өҫтәне.
Читайте нас: