Все новости
Мәҙәни мөхит
7 Июня 2019, 12:25

Юлын тапҡан

Совет власы, халыҡ китап уҡыһын, белемен арттырһын тип, заманында һәр ауылда избаштар асҡайны. Аҙаҡ китапханаларҙың сәскә атҡан мәле булды, ауыл клубына килһәң, кәштәләр араһынан бер-береңә һырынып үтеп китәһең.

Совет власы, халыҡ китап уҡыһын, белемен арттырһын тип, заманында һәр ауылда избаштар асҡайны. Аҙаҡ китапханаларҙың сәскә атҡан мәле булды, ауыл клубына килһәң, кәштәләр араһынан бер-береңә һырынып үтеп китәһең. Әле халыҡ кәмей, китап тигәнде лә бик үк һанға һуҡмай башланылар. Шулай ҙа әҙәбиәт тип йән атҡандар ауылдарҙа юҡ түгел. Тик ауылың әллә ни ҙур түгел икән, унда заманса йыһазландырылған ғына түгел, ябай ғына китапхана ла булмаһа, ҡалайтырға?

Керәүле-Илюшкино ауылы китапханасыһы Мария Михайлова быны хәл итеүҙең юлын тапҡан. Ул ныҡ китап ярата, ошо мөхәббәтен башҡаларға ла өләшә. Китапһыҙ йонсоп ятмаһындар тип, ул ауыл китапханаһы булмаған күрше Яңы Ямаш ауылына барған, ололарға китаптар таратҡан (уларҙан алдан һорашҡан: нимә уҡыйһың, мөхәббәт хаҡындамы, һуғыш тураһындамы, детективмы?). Был эште ауыр тип әйтеп булмай, тура килгәндә сәй менән һыйлап та сығаралар, бер юлы ололарҙан әллә күпме аҡыл туплап ҡайтаһың, улар менән әңгәмәләшкәндән һуң, ҡайт та үҙең китап яҙ инде бына.
Читайте нас: