«Минең ғаиләм — минең ҡәлғәм» ғаиләләр конкурсында үҙҙәренең матур сығыштары менән Юлай һәм Фәнүзә Хәлитовтар 3-сө урын яулап алып ҡайтты. «Йәш килен» бәйгеһендә Зөлфирә Билалова ҡатнашып, 2-се урын алды. Аҙ ғына ваҡыт эсендә йөкмәткеле сығыш әҙерләп, районыбыҙҙың ышанысын аҡлаған, данын арттырған ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт әйтке килә. Шәжәрәне белеү — халҡыбыҙҙың иң изге бурыстарының береһе бит ул. Яҡташтарымдың ошо еңеүҙәре Көйөргәҙе халҡының үткәнен онотмауы, нәҫелдәре хаҡында мәғлүмәтле булыуы хаҡында дәлилләй.