Все новости
Мәҙәни мөхит
14 Июня 2019, 13:17

Ғорурланам

Минең апайым, әниемдең бер туған һеңлеһе, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Ниса Минеүәли ҡыҙы Бакирова - Стәрлетамаҡ драма театрының алдынғы актрисаларының береһе.

Минең апайым, әниемдең бер туған һеңлеһе, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Ниса Минеүәли ҡыҙы Бакирова - Стәрлетамаҡ драма театрының алдынғы актрисаларының береһе. Ул Тимербай ауылында тыуып үҫкән. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ актриса булыу тураһында хыяллана, театрға ынтыла. Минең апайым Ниса бик бәхетле кеше, унын хыялы тормошҡа аша. Ябай ғына актриса түгел, тамашасының яратҡан халыҡ актрисаһы, театр һөйөүселәр уны яҡшы беләләр һәм юғары баһалайҙар. Коллективында ла ул абруйлы актриса. Күптән түгел баш ҡалабыҙ Өфөлә төрки телле театрҙарының Туғанлыҡ фестивале үтте. Унда төрлө илдәрҙән 13 театр ҡатнашты. Шулар араһынан эксперттар Стәрлетамаҡ театры уйнаған Мостай Кәримдең "Өс таған" спектаклен иң яҡшыһы, тип танынылар һәм Стәрлетамаҡ театры гран-приға лайыҡ булды. Ниса Бакирова икенсе пландағы “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы ” тигән дипломга лайыҡ булды. Ул был спектаклдә әбей ролен башҡарҙы. Был уның беренсе еңеүе түгел, 2012 йылда үткән шундай уҡ Туғанлыҡ фестивалендә ҡатнашып Флорид Бүләковтың "Мәскәү-Васютки" спектаклендә тормош иптәше Фларид Бакиров менән әбей һәм бабай ролдәрен башҡарған өсөн гран-приға лайыҡ булды. Унда тормош иптәше Фларид Бакиров “Иң яҡшы ирҙәр ролен башҡарыусы” тигән дәрәжәгә лайыҡ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул был донъяла юҡ инде, урыны ожмахта булһын.

Шулай уҡ үҙебеҙҙең Башҡортостанда үткән “Театр яҙы” фестивалендә ирешкән уңыштары ла байтаҡ: Флорид Бүләковтың "Онотолған доға", "Һөйәһеңме, һөймәйһеңме", Рәлиф Кинйәбаевтың "Торатау һаман тора" спектаклдәрендә уйнаған ролдәре өсөн “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ” роленә лайыҡ була. Шулай уҡ Рәсәй президенты В.В. Путин исеменән Рәхмәт хаты алды.

3 июндән Ҡазан ҡалаһында Науруз төрки телле театрҙары спектаклдәре үтте, Стәрлетамаҡ театры унда саҡырыу алып, Мостай Кәримдең "Өс таған" спектакле менән ҡатнашты.

Мин апайым менән бик тә ғорурланам һәм уға иҫәнлек, тағын да юғары ижади уңыштар теләйем.
Читайте нас: