Үткән шәмбе Көйөргәҙе районынан бер нисә кешенән торған делегация: шағир Тимер Ниәтшин, Илкәнәй ауыл хакимиәте етәксеһе Тимур Иҙрисов һәм был юлдарҙың авторы Тамъян ырыуы бейе, тархан, башҡорт дипломаты Шағәле Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тулыуға арналған сараға Белорет районының Ҡаһарман ауылына барып ҡайттыҡ. Беҙгә Мәләүез районының Арыҫлан ауыл хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов етәкселегендәге делегация ҡушылды. Юлыбыҙ оҙон булды, Күгәрсен, Бөрйән райондары аша үтергә тура килде. Бөрйән районының Иҫке Собханғолға тиклемге өлөшө элек, 2007 йылда Ҡаһарманға барғанда бик насар ине, ун ике йыл эсендә уны күпмелер йүнәткәндәр, юлдан эре таштарҙы алғандар. Шуға күрә имен-аман барып еттек.
Ҡаһарман Белорет-Өфө асфальт юлында урынлашҡан. Беҙҙе алыҫтан уҡ Шағәле Шаҡман һүрәте төшөрөлгән стела ҡаршы алды.
Сара ауыл зыяратындағы Шағәле Шаҡмандың ҡәберенә барып ҡөръән уҡыуҙан, сәскә һәм хәйер һалыуҙан башланды. Ә уның төп өлөшө Ҡаһарман ауылының ҙур аҡланында үтте. Бында Белорет районының Шағәле Шаҡман вариҫтары йәшәгән ауылдары биләмәләренән, Әбйәлил, Миәкә райондарынан делегациялар килгән, улар тирмәләр ҡороп, күргәҙмәләр ойошторғандар, шәжәрәләрен матур итеп эшләп элгәндәр. Быларҙың барһын да күреү, үҙ ырыуҙаштарыбыҙ менән әңгәмәләшеү, бер яҡтан, ҡыуаныслы булһа, шундай ҙур сараға районыбыҙҙан бер нисә кеше барыу менән генә сикләнеү күңелде ҡырҙы.
Сараны тантаналы асыу өлөшөндә республика, райондар етәкселәре байрам уңайынан ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы. Тимур Иҙрисов Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовтың ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Тимер Ниәтшин байрам уңайынан яҙған шиғырын уҡыны, «Юшатыр» гәзитенең Көйөргәҙе тамъяндары тураһында мәҡәлә сыҡҡан һанын 50 данала бүләк итте. Сарала Белорет районының һәүәҫкәр артистары бай йөкмәткеле концерт ҡуйҙы. Аҙаҡ уҡтан атыу, милли көрәш буйынса ярыштар үтте.
Сараға килгән нәҫелдәштәребеҙ беҙгә, Көйөргәҙе тамъяндары менән аҙ аралашабыҙ, бәйләнештәребеҙ юҡ кимәлендә, тигән үкенесен дә белдермәй ҡалманы. Ысынлап та, беҙҙең район мәҙәниәт бүлеге был йәһәттән ныҡлы уйланмай. Шағәле Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тулыу уңайынан берәй сара үткәргәндә яҡшы булыр ине. Мәҫәлән, Мәләүез делегацияһы вәкилдәре ҡышҡа Тамъян ырыуы йыйынын әҙерләп, үткәрергә ниәттәре барлығын әйтте. Беҙ уларҙан кәмме ни? Нисек кенә булмаһын, алыҫ ерҙе яҡын итеп бабабыҙ ерләнгән яҡҡа барып ҡайтыуыбыҙ изге эш, ҙур сауап булды, 14-15-се быуын вариҫтары уны хөрмәтләп килгәнгә Шағәле Шаҡмандың рухы ҡыуанғандыр, моғайын.