Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Башҡортостан Фәндәр академияһы гуманитар бүлеге «Почет билдәһе» орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан 8-14 июлдә Көйөргәҙе районында филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, филология фәндәре кандидаты Гөлнара Юлдыбаева ғилми экспедицияла булдылар. Улар, районыбыҙҙың 17 башҡорт ауылы буйлап йөрөп, халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен яҙып алдылар, боронғо китаптар менән таныштылар, зыяраттарҙағы ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы уҡып, уларҙы яҙып алдылар.
Беҙ экспедиция етәксеһе Розалия Әсфәндиәр ҡыҙынан экспедициянан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
- Дөйөм алғанда, мин эшебеҙҙән ҡәнәғәтмен. Бер аҙна эсендә фольклорсыларға билдәле булмаған байтаҡ яңы табыштарға юлыҡтыҡ. Улар араһында быға тиклем беҙ белмәгән ике халыҡ йыры ла бар. Ҡарғатуй, иген сәсеү, ер-һыу тикшереү, ерләү йолалары, ырым-ышаныуҙар буйынса оло йәштәгеләр ауыҙынан күп кенә материалдар яҙып алдыҡ. Уларҙа халҡыбыҙҙың образлы фекерләүе асыҡ сағыла. Шуныһы ҡыуандыра: халыҡтың генетик хәтере көслө, был яҡтан көйөргәҙеләр ыңғай яҡҡа айырылып тора. Генетик аң көслө икән, тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәге лә бар. Бына шуныһы ныҡ ҡыуандыра.
Байтаҡ бейеүҙәрҙе халыҡ нисек бейегән, шулай килеш видеоға төшөрөп алдым. Әләкләп бейеү тигән күренеш бар халыҡ хореографияһында. Зөләйха бына шулайыраҡ бейей, Ғәли ағай бына былайыраҡ бейей, тип бейеп күрһәтәләр. Яҡшымбәттә байтаҡ инәйҙәрҙе бейетеп, видеоға төшөрҙөм. Көйөргәҙеләр дәртле, ихлас икән: барыһын да ысын күңелдән бейеп күрһәттеләр. Оҫта гармунсыларын да тапҡандар.
Гөлнара Юлдыбаева башҡорт халыҡ эпостары буйынса ғилми тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә. Был юлы Көйөргәҙелә эпос һөйләүселәр табылманы. Шулай ҙа ул байтаҡ әкиәт, мәҡәлдәр, аттарға ышаныуҙарға бәйле йолаларҙы, им-томдарҙы яҙып алды. Уларҙа яңы мәғлүмәттәр бар. Әхәт Сәлиховты Яҡуп ауылы зыяратындағы ҡәбер таштарындағы яҙыуҙар бик ҡыҙыҡһындырҙы. Бында киләсәктә бер аҙналыҡ эш бар, ти ул.
Экспедиция ваҡытында Юнир Ирек улы Сынбулатов, Фәнис Мансур улы Рахманғолов һәм башҡа күптәр ныҡ ярҙам иттеләр. Фатирға төшөү, ашау-эсеү, ял итеү, транспорт мәсьәләләрендә бер ниндәй ауырлыҡтар күрмәнек. Уңғарға барһаҡ та, Кинйәлә булһаҡ та, ҡыҫҡаһы, һәр бер ауылда яҡты йөҙ, яҡшы һүҙ менән ҡаршы алдылар. Шундай уңайлы эш шарттары булдырғандары өсөн район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа һәм барлыҡ көйөргәҙеләргә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Артабан да шулай бергә-бергә эшләргә яҙһын. Көйөргәҙе районы буйынса тупланған материалдарҙы Фольклориада йылында айырым йыйынтыҡ итеп сығарырға уйлайбыҙ, шул йәһәттән район хакимиәте лә тейешле ярҙам күрһәтер, тип ышанабыҙ. Кинйә ауылындағы мемориаль музейҙы, Шәбағыштағы Пушкин музейын күреп хайран ҡалдыҡ. Үҙе бер феноменаль күренеш был. Экспедиция ваҡытында беҙҙең институт тарафынан сығарылған 200-ҙән ашыу китапты мәктәптәргә, китапханаларға, шулай уҡ район хакимиәте башлығы Юлай Талха улына бүләк итеп бирҙек. Көйөргәҙеләргә бәхет, именлек, уңыштар теләп ҡалабыҙ.