Все новости
Мәҙәни мөхит
20 Сентября 2019, 12:22

Халыҡ ябайлыҡты ярата

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель ҠОТОЕВ үҙенең ижадташ дуҫтары менән беҙҙең яҡтарға юллана, ошо уңайҙан беҙ уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Марсель, белеүебеҙсә, һин филармонияла эшләнең, хәҙер үҙеңдең концерт бригадаң менән йөрөүгә күскәнһең. Быға нимә сәбәпсе булды?

- Эйе, филармониянан китергә тура килде, хәҙер мин үҙ карабымда йөҙәм. Китеүемдең үҙ сәбәптәре бар. Беренсенән, беҙҙә мәҙәниәт кешеләренә ялсыларға ҡарағандай ҡарауҙары оҡшамай. Уйлап ҡараһаң, бөтә нәмә мәҙәниәт аша үтә. Мәҙәниәт булмай икән, халыҡ, милләт тә юҡ. Икенсенән, ваҡыт алға ынтыла, йәш тә үтә. Әгәр хәҙер йөрөмәһәм, аҙаҡ һуң булыуы ихтимал. Үҙ аллы эшләүе яҡшыраҡ, ситлектә түгелһең. Үҙемдең бригадамды тупланым, бер-беребеҙҙе аңлап эшләйбеҙ, иң мөһиме шул. Тәүге гастролем тыуған яғым Баймаҡ яҡтарында үтте.

- Концертыңдағы репертуар менән дә таныштыра торайыҡ халыҡты.

- Репертуар төрлө. Халыҡ, заманса, рус, сит тел йырҙары ла бар, концерт бейеү менән үрелеп барасаҡ. Үҙешмәкәр композиторҙарҙың йырҙарын күберәк алам, уларҙы халыҡ яратып тыңлай. Шулай уҡ концертта юмор ҙа була. Әлбиттә, кендектән аҫҡа төшөргә түгел, һәр нәмәнең үҙ самаһы булырға тейеш.

- Һинеңсә халыҡ ниндәй артистарҙы, концерттарҙы өҫтөн күрә?

- Халыҡ менән ябай булыр кәрәк, улар ябайлыҡты ярата. Концертты шоу менән генә алдырмаҫҡа, ә матур тауыш, йөкмәткеле программа ла булырға тейеш. Шоу ҙа кәрәк, бәхәсләшмәйем, ләкин зауыҡлы, мәғәнәле йырҙар өҫтөнлөк итергә тейеш. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ бит милләтебеҙҙе тәрбиәләргә лә бурыслы.

- 21 быуатта яңылыҡтар ҙа кәрәктер бит, бәлки ошо шоуҙар яңылыҡтыр.


- Бәлки. Өҫтә әйткәнемсә, тамашасы теләген аҡларға кәрәк. Шулай ҙа халыҡ йыры юғалып ҡалмаҫҡа тейеш. Ҡайһы концерттарҙа халыҡ шул йырҙы йырла әле, тип һорай. Бар нәмәгә лә әҙер булырға тейешһең, һорайҙар икән, сығаһың да йырлайһың. Бының өсөн артистар тамашасының талабына әҙер булырға тейеш. Мәҫәлән, баянға ҡушылып йырлап ебәрһәң, ҡайһылай шәп.

- Хәҙер йырсылар үтә лә ишәйеп китте, эте лә бете лә йырлай башланы түгелме?

- Халыҡҡа нимә үтә, шау-шыулы артистар шуны алға һөрә. Ҡай саҡ өҫтәренә эттән таланған һымаҡ кейем кейеп сығып, ырғаңлап йөрөгәндәрҙе лә яраталар, миңә лә шулай йөрөргәме икән, тип уйлап та ҡуям. Ләкин был минең юл түел. Ысын сәнғәткә табынғандар күп.

- Халыҡ һуңғы йылдарҙа ныҡ ярлыланды (рәсми статистика 20 млн. самаһы халыҡты хәйерсе ти), һеҙҙең эшмәкәрлектә ошо хәл сағылдымы?

- Әлбиттә, үҙен һиҙҙерә был күренеш. Халыҡ аҙ йөрөй концерттарға. Йөрөмәгән кеше буш булһа ла килмәй, ә концерт яратҡан кеше, билет хаҡы ҡиммәт булһа ла, аҡсаһы булмаһа, бурысҡа алып булһа ла, килә. Тик шуныһы, ун йыл элек беҙҙең концерт хаҡтары нисек булған, әле лә шулай. Ә бер клип төшөрәм тиһәң, 70-80 мең һум аҡса кәрәк.

- Артист булыуҙың тағы бер ыңғай яғы бар түгелме? Күптәр туй, юбилейҙар ҙа үткәреп аҡса эшләйҙәр бит.

- Юҡ, мин бының менән килешмәйем. Минеңсә, артистарға тамада булып йөрөү килешмәй, нисектер бәҫ киткән кеүек тоям.

- Йырлап йөрөп кенә тамаҡ туямы һуң?

- Икмәгебеҙ шул булғас, етә. Иң мөһиме аҡса түгел бит, халыҡҡа концерт оҡшаһа, минең тамаҡ та туҡ була.

- Ғаиләң дә барҙыр бит?

- Ғаиләм бар. Ҡатыным Әлиә Әбйәлил районыныҡы. Арыҫлан исемле ул һәм Элиза исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Бар нәмәне лә үҙ көсөбөҙ менән башҡарабыҙ. Артист халҡына хөкүмәт бушҡа фатир бирә, имеш, тиһәләр ҙә, беҙ башҡалар кеүек үк баш ҡалабыҙҙа ипотекаға фатир алдыҡ.

- Күмертауға беренсе тапҡыр киләһегеҙме? Гәзит уҡыусыларға әйтер һүҙегеҙ ҙә барҙыр.

- Күмертауға быға тиклем төркөмдә генә килә торғайным, ә айырым концертым менән беренсе тапҡыр киләм. 25 сентябрҙә Күмерселәр мәҙәниәт йортонда үҙемдең ижадташ дуҫтарым Зилә Лира, Ян Лира, Илнур Һибәтуллин, Ынйы Мансурова менән әҙерләнгән “Туҡтасы, ваҡыт” тип аталған концертымда көтөп ҡалам. Ысын йыр, бейеү, йор һүҙ тип янһағыҙ, тамашаға рәхим итегеҙ, билет хаҡы 350 һум.

- Марсель, әңгәмәң өсөн рәхмәт. Һиңә киләсәктә яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ.

Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: