Все новости
Мәҙәни мөхит
20 Сентября 2019, 12:21

Театрҙы яраталар

Үҙешмәкәр театр сәнғәте һуңғы йылдарҙа Көйөргәҙе районы һәүәҫкәр артистары менән тамашасыларының да яратҡан мәҙәни сараларының береһенә әүерелде. Әлеге көндә районда барыһы ун алты театр коллективы эшләй. Уларҙың икәүһе балалар театры тип аталып, береһе Бөгөлсөн мәҙәниәт йортонда иҫәпләнһә, берҙән-бер «Теремок» балалар ҡурсаҡ театрын Отрада мәҙәниәт йортоноң ауыл йорто клубы мөдире Елена Алексеевна Иванова етәкләй. Районда егерме ике йыл барған «Театр яҙы» фестивален тамашасылар яратып, көтөп ала. Заман елдәре нисек кенә иҫһә лә, тормош дауам итә. Матди байлыҡ өҫтөнлөк иткән заманда, сәхнәне, ғөмүмән, мәҙәниәтте үҙ итеүселәр ҙә бар. Сәнғәт тип йән атыусылар һирәгәйгәндән-һирәгәйә барһа ла, уға мөкиббән бирелгәндәр ҙә етерлек. Театр түңәрәктәрендә хатта ғаиләләре менән уҡытыусыларҙан башлап, тракторисыларға хәтлем шөғөлләнеп, бер-береһенең ял сәғәттәрен матур итеп үткәрергә һәм халыҡ өсөн ниндәйҙер тормош мәғәнәһен аңлатырға тырышып, рухланып-дәртләнеп йәшәгән артистар ҙа юҡ түгел. Егеме ике йыл барған фестивалдәр араһында нидәй генә ваҡиғаларға осраманым мин, ошо үҙешмәкәр артистарыбыҙ менән. Репетициялар, киске тамашалар, уның араһында тексты ятлауҙар менән бергә - ҡайһы саҡта, арып-талып, грим бүлмәһендә йоҡлап ҡалған балалар ҙа осраны хатта. Сәхнәлә ун биш-егермеләп актер уйнаһа, залда тамашасыларҙың унан да әҙерәк саҡтары булманы түгел. Әммә театр үҙенә һөйөү уята, һаман да сихри көс менән үҙенә халыҡты ылыҡтыра. Нисәмә йылдар сәхнәлә уйнаған ҡайһы бер артистарға сәхнә хәрәкәте, теле, техникаһы, актер оҫталығы кеүек дәрестәр ҙә кәрәкмәй. Уларҙың сығыштарын, шаҡ ҡатырғыс итеп уйнауҙарын ҡарап, аптырап ҡалаһың. Була бит шундай кешеләр: эшен дә, ғаиләһен дә алып барып, сәхнәлә йондоҙ кеүек балҡыйҙар. Сәхнә ветерандарына әүерелгән Рауил Амангилдин, Фирҙәт Әбдрәшитов, Хәмдиә Рәшитова, Рәүеф Әбйәлилов, Рәмилә Әкбәрова, Ләлә Батыршина, Рөстәм Вәхитовтар кеүек дәртле, өлгөрҙәр! Уңған, матди байлыҡҡа ҡыҙыҡмай, донъя ауырлыҡтарына, һынауҙарына бирешмәй тормош көткән үҙешмәкәр артистар - халыҡ алдында баш эйергә генә ҡала!

Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда быйылғы йылды «Театр йылы» тип иғлан итеүҙе лә, Көйөргәҙе районы театр коллективтары ихлас ҡаршы ала. Райондың ун биш мәҙәнит ауылы йорто араһында «Театр тулҡындары» исемле фестиваль ойошторолоп, «Театр йылы» эмблема-штандартын тапшырыу ойошторолдо. Киләһе октябрь-ноябрь айҙарында Зәк-Ишмәт, Свобода, Айсыуаҡ, Бахмут, Молкан, Керәүле, Отрада, Шәбағыш, Илкәнәй ауылы мәҙәниәт йорттарының спектакелдарен ҡарау-баһалау планда тора. Театр йылына бағышлап үткәрелгән «Театр тулҡындары» район фестиваленең еңеүселәрен, йылды тантаналы ябыу кисәһендә 13 декабрь, 15.00 сәғәттә, «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында көтөлә. Шуныһы һоҡландыра, районда халыҡ театры коллективы исемен йөрөткән «Көйөргәҙе» (Яҡшымбәт ауылы), «Умырзая» (Илкәнәй ауылы) үҙешмәкәрҙәре артистарының сығыштарын ҡарау Көйөргәҙе районы халҡына ла тәтейәсәк! Ауылдар буйлап йөрөгәндән һуң, шуны әйтке килә: ниндәй генә ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа ла, артистарыбыҙ бер ҙә зарланып, кәйеф төшөрөп йөрөмәйҙәр, киреһенсә, сәмләнеп, дәртләнеп сағыу образдар ижад итәләр. Әлбиттә, һәләтле һәүәҫкәрҙәр-ойоштороусылар йөрәктәре ҡушҡанса, ауылдаштары күңеленә изге орлоҡтар сәсергә, донъяны тағы ла йәмләндерергә тырышалар. Ә тамашасы сығыштарҙы көслө алҡыштарға күмеп, уларҙың булмышына, тырышлығына ыңғай баһа бирһә, ихлас рәхмәт һүҙен ишеттерһә, сәхнә кешеһе өсөн шунан да ҙур ҡыуаныстың булыуы мөмкин дә түгел.

Йәмилә РАМАҘАНОВА,

«Йәшлек» мәҙәниәт һарайы режиссёры.
Читайте нас: