Сараның пленар өлөшөндә документтарҙың юридик көсө, шәхси документтар менән эшләүҙең системаһы һәм архивта цифрлы технологиялар ҡулланыу һорауҙары буйынса әңгәмә ойошторолдо. Практик өлөштә семинарҙа ҡатнашыусылар Күмертау архивының эше, ҡаҙаныштары, традициялары һәм архив эше үҫешенең проблемалары менән яҡындан танышты. Доклад менән Күмертау архивы директоры Любовь Александровна Попова һәм башҡалар сығыш яһаны.