Все новости
Мәҙәни мөхит
10 Октября 2019, 12:32

Михнәттәр артта ҡалыр

Ермолаево сәнғәт мәктәбе янынан моңһоу ғына үтеп киттек. Сәнғәт ул юғары һәләт, культура, кешенең асылы тигәнгә оҡшаш әллә күпме һүҙҙәр әйтергә була, тик бина ҡарт әбей йәшәгән ҡарауһыҙ йортто хәтерләтә. Шуға ла уны яңыраҡ өс айға ябып та ҡуйҙылар - бында уҡыу түгел, аҙ ғына ваҡытҡа кереп сығыу ҙа ҡурҡыныс. Спиртзавод контораһында барған ремонтты шатлана-шатлана күҙәткәйнек, ниһайәт, балалар яңы мәктәпкә күсә. Ремонт эштәре хаҡы 13 млн.-дан саҡ ҡына күберәк. Яңы мәктәп 31 июлгә әҙер булырға тейеш ине...

Ә әлегә тышта һыуыҡ ямғыр, моңһоу көҙ һәм ишектәге Опечатано тигән яҙыу.

Был турала беҙ район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитованан һораштыҡ.

- Сәнғәт мәктәбе авария хәлендә булғас яптыҡ. Әлеге ваҡытта балалар ваҡытлыса пионерҙар йортонда шөғөлләнә. Бында башҡа ремонт яһап тормайбыҙ, сөнки ике ерҙә лә ремонт эштәре алып барыуға сығымдар күп китәсәк. Яңы балалар сәнғәт мәктәбе әҙер булғас та шунда күсәбеҙ. Бында ла эштәр оҙаҡҡа һуҙылды. Подрядсы әйтеүе буйынса, яңы мәктәптә эштәр, 30 октябрҙә тамамланырға тейеш. Бының менән генә эш бөтмәй әле, уның документ эштәре күп. Һәр инстанциянан үтеү өсөн тағы ла өс ай тирәһе ваҡыт кәрәк буласаҡ. Былар барыһы ла ваҡытлыса ҡыйынлыҡ, тиҙ арала әлегә күргән михнәттәр артта ҡалыр, тип ышанабыҙ, - тине Әлфиә Наил ҡыҙы.

М. ИЛЬЯСОВ

Автор фотолары
Читайте нас: