Все новости
Мәҙәни мөхит
1 Ноября 2019, 20:56

ЭҘҺЕҘ ҠАЛМАҒАНДЫР

Кинйәабыҙ ауылы ла бар район һымаҡ эскелеккә ҡаршы яу асты. “Айыҡ ауыл” акцияһына райондан хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Римма Ғөбәйҙуллина, район ҡоролтайы башҡорттары комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов һәм районыбыҙҙың төп ағинәйе Тамара Малбаева ла килде.
Сарала “Көҙ уңышы” тигән күргәҙмә ойошторолғайны. Өлгөлө ғаиләләр ҙә билдәләнде. Абдул ауылының имам-хатибы менән үткәрелгән түңәрәк өҫтәл әһәмиәтле булды. Эскелек тураһында видео яҙмалар ҡарау, лекциялар тыңлау ҙа эҙһеҙ ҡалмағандыр, тип ышанайыҡ.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: