Все новости
Мәҙәни мөхит
1 Ноября 2019, 10:43

Киләсәге өсөн яныу

Яңы Мораптал мәктәбендә етди һөйләшеү үткәргәндәр. Райондың ЗАГС бүлеге начальнигы Светлана Иванова, Көйөргәҙе районы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов, мәғариф бүлеге методисы Асия Кулбаева, ГИБДД инспекторы Борис Логинов бергә йыйылшҡандар ҙа Мораптал яҡтарына сыҡҡан да киткәндәр - балалар менән һөйләшеп алырға. Төрлөһө төрлө тармаҡтан булһалар ҙа, был кешеләрҙе балаларға һөйөү һәм уларҙың киләсәге өсөн яныу берләштерә, юлдарҙа ҡағиҙә боҙмау тураһында әңгәмәләшкәндәр, ғаилә тураһында һөйләшкәндәр, улай-былай өйләнешер булһалар, ЗАГС-ҡа нисек итеп дөрөҫ ғариза яҙырға икәнен дә аңлатҡандар (эш быға ғына ҡалһа, уныһын ғына белерҙәр ине барыбер). Йәштәрҙең бер модалы булған ғәҙәте темаһына ла ҡағылғандар - селфи яһау. Нимә генә инде ул, телефонды тоттоң да үҙеңде үҙең фотоға төшөрҙөң, артыҡ аҡыл кәрәкмәй быға тимәгеҙ, селфиның да үҙ тәртибе бар. Дөрөҫ ракурс алыу, алама яҡтарыңды, ҡыйыш-мыйыш ерҙәреңде йәшерә белеү менән бер рәттән селфины ҡайҙа яһарға ярай-ярамай икәнен дә аңлатҡандар. Бағана башынамы, упҡын ситенәме барып фотоға төшәм тип әллә ниндәй хәлдәргә тарыуың да бар, тәүбә-тәүбә.
Ҡыҫҡаһы, был һөйләшеү бик тә донъяуи килеп сыҡҡан. Теория булды, хәҙер эш практикала ҡалды.
Малик ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: