Все новости
Мәҙәни мөхит
12 Ноября 2019, 11:21

Аҡыллылар

Район буйлап эскелеккә ҡаршы агитацион сараларҙан Йомағужа ауылы ла ситтә ҡалманы. Башҡа ауылдарҙағы кеүек ситтән ағинәй, аҡһаҡал һымаҡтар килеп, эсмәгеҙ, тип әйтмәне, улар, ғөмүмән, булманы, Йомағужаға был кәрәкмәй ҙә, улар үҙҙәре аҡыллы халыҡ.
Сарала төрлө ҡул эштәренән әҙерләнгән күргәҙмә барыһына ла оҡшаны. Айыҡ тормош алып барған, һәр саҡ әүҙем булған Әбүбәкировтар һәм Мәхмүтовтар ғаиләләре үҙҙәренең нәҫелдәре менән таныштырып шәжәрәләрен барланы. Фельдшер Ғәлиә Вахитова йомағужаларҙың тырыш булыуҙары, эскелек менән дуҫ булмауҙары хаҡында һөйләне. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова сығышы ла урынлы булды.Сарала әүҙем ҡатнашҡандарға Илкәнәй ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Зөлфиә Араптанова Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы.
А. ХАЛИҠОВА
Читайте нас: