Все новости
Мәҙәни мөхит
12 Ноября 2019, 11:12

Үҙебеҙҙән генә тора

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» республика конкурсы дауам итә. Был конкурста ҡатнашыу сираты беҙгә лә килеп етте һәм беҙ ауылыбыҙҙа үткән сарала түңәрәк өҫтәл ойошторҙоҡ. Унда ауылыбыҙ хәҙрәте, ауыл советы хакимиәте, гимназия, Яңы Таймаҫ һәм Ялсыҡай ауылдары мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, фельдшерҙар, депутаттар, ағинәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ҡатнашты.
Яҡташтарыбыҙ, ҡул эше оҫталары Фәнүзә Зәйнуллина, Гөлсөм Севостьянова, Фәниә Рыҫҡолова, Фәрзәнә Әбсәләмоваларҙың матур-матур әйберҙәренән, йәш быуындың — уҡыусыларҙың «Сәләмәт тормош», «Айыҡ ауыл» тигән темаға рәсемдәренән торған күргәҙмә күҙҙең яуын алырлыҡ ине.
Жюри ағзалары — «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайы директоры Зөлфирә Эйтерник һәм район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов беҙҙең эште юғары баһаланы. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа матур, төҙөк, өлгөлө һәм әүҙем ауыл өсөн! Барыһы ла тик үҙебеҙҙән тора!
Филүзә ВӘЛИДОВА
Яңы Таймаҫ ауылы
Читайте нас: