Все новости
Мәҙәни мөхит
12 Ноября 2019, 11:10

Хәмер һөйөүселәр юҡ беҙҙә!

Ауыл хакимиәте, ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана һәм мәктәп коллективтары, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ағинәйҙәр ойошмаһы бергәләп, берҙәм булып, 9 ноябрҙә «Айыҡ ауыл» тигән сараны матур итеп үткәреп ебәрҙек.
Ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары бәйләгән мамыҡ шәлдәр, бирсәткәләр, күҙ яуын алырлыҡ сигелгән ҡулъяулыҡтар, һоҡландырғыс мендәр тыштары һәм башҡа ҡул эштәренән, китапханасы Миләүшә Гудеева ойошторған эскелеккә һәм наркоманияға ҡаршы китаптарҙан торған күргәҙмә менән залды биҙәнек. Бәләкәй генә музей ҙа яһап ҡуйҙыҡ. Сарабыҙҙы ауылыбыҙҙың гимнына әйләнгән, ауылдашыбыҙ, композитор Йәүҙәт Усманов яҙған «Зәк ауылы көйө» йыры менән башлап ебәрҙек.
Ауыл советы хәкимиәте башлығы Илшат Мәдиф улы Зәйнәғәбдинов ҡунаҡтарҙы тәбрикләне һәм эшләнәсәк эштәр тураһында бәйән итте. Мәсетебеҙ хәҙрәте Ғәли абый аят уҡып, хәмер эсеүҙең ҙур гөнаһ икәнен аңлатты. Фельдшер Регина Фәтҡуллина йәш кенә булһа ла, тыныс ҡына итеп спиртлы эсемлектәрҙең, һыра эсеүҙең зыяны хаҡында һөйләне һәм һәр бирелгән һорауға тулы итеп яуап бирҙе. Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Шәһивәли ҡыҙы Ишмөхәмәтова ауылыбыҙҙың тарихы, бөйөк шәхестәре тураһында матур итеп һөйләне. Эҙләнеү отряды етәксеһе Салауат Мәхмүт улы Һатыбаловтың эстәлекле итеп һөйләүе барыбыҙҙы ла тулҡынландырҙы. Үҙебеҙҙе уның менән бергә ҡаҙыу-эҙләнеү эшендә йөрөгән шикелле хис иттек. Ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Светлана Хөрмәт ҡыҙы Ишмөхәмәтова балалар йортонан 8 бала алып, үҙҙәренең йөрәк йылыһын һалып тәрбиәләгән Әлфиә Йосоповаға, 4 бала алып тәрбиәләгән Фәйрүзә Ермаковаға ҙур рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ ул ауылыбыҙҙың башҡа бик күп шундай уҡ өлгөлө ғаиләләре хаҡында йылы һүҙҙәрен әйтте. Райондан килгән ҡунаҡтар беҙҙең сығыштарҙы тик яҡшы яҡтан ғына билдәләп үтте.
Кисә аҙағында был матур сарала ҡатнашҡандарға рәхмәт әйтеп, ауылыбыҙҙа тырыш, уңған, сабыр, һәр бер эште еренә еткереп эшләй белгән кешеләр йәшәүе, эскеселәр бөтөнләй юҡ, тип йомғаҡ яһалды һәм барыһы ла тәмле сәй табынына йыйылды.
Рәмилә ӘКБӘРОВА
Зәк-Ишмәт ауылы
Читайте нас: