Мәмбәтҡол мәсетендә “Мәүлит байрамын” үткәрҙек. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн ҡаршы алып ойошторолған сарала имам-хатибыбыҙ Вәлитдин Мәмбәтҡолов мәүлит уҡыны,мөнәжәт әйтеп, бергәләп салаутлар әйттек. Аҙаҡ бергәләп әҙерләгән һый-хөрмәт менән табын ҡороп аштар ашаныҡ, сәйҙәр эстек. Был мәғәнәле сараны үткәреүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәтемде белдерәм, ауылдаштарым Пәйғәмбәребеҙ тураһында үҙҙәрен мәғлүмәтле, белемле булыуҙарын күрһәтте.