Все новости
Мәҙәни мөхит
12 Ноября 2019, 11:24

Шәбағышта шәп халыҡ

Шәбағыш - ҡалаға иң яҡын ауыл, шунлыҡтан барыһы ла бында йәшәргә хыяллана. Саф һауа, тәбиғәт, урман-ҡырҙар, асфальт юл. Күптәрҙең хыялы - хыял ғына булып ҡала, шуғалырмы был ауылға һоҡланыуҙары тағы ла нығыраҡ арта. Матур йәшәй бындағы халыҡ. Эсмәйенсә йәшәһәң, тағы ла һәйбәтерәк бит тип, шәбағыштар ҙа ҙур итеп Айныҡлыҡ сараһын үткәргән.


Римма Ғөбәйҙуллина, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары:

- “Айыҡ ауыл” республика конкурсы районыбыҙҙа әүҙем бара. Әлегә һәр ауыл биләмәләһендә үтә бындай сара. Аҙаҡ сара үткәрелгән ауылдар араһынан иң лайыҡлыһын республика күләменә сығарырға һайлаясаҡбыҙ. Был ауыл реаль башҡарылған эштәргә ҡарап һайланасаҡ.


Гүзәл РӘМИЕВА
Читайте нас: