Библио һүҙе китап тигәнде аңлатһа ла, библиотека китаптар һаҡланған ғына урын түгел, китапхана - бар тормошобоҙҙо үҙ эсенә ала, кешеләргә илһам бирә торған мәркәз, бында фекерҙәштәр йыйыла, ауылдың иң белемле, аңлы кешеләре килә. Китап уҡыу өсөн генә килмәйҙәр, мәҫәлән, Яҡшымбәт ҡыҙҙары ҡул эштәренә оҫта, өйөңдә генә тегенеп ултырыу ҡыҙыҡ түгел, китапханала бергә йыйылһаң, эш тә ырай, оҫталығыңды башҡалар менән дә бүлешергә була.