Все новости
Мәҙәни мөхит
22 Января 2020, 12:05

Йәшәгеҙ, артистар

Кисә Күмертауҙа концерт булды – Тимур Рамаҙандың концерты. Тимур Фидандың бер йырын башҡарғас, залдан ҡысҡырҙылар:

Йышыраҡ алама хәбәр ишеттереп йәнде алалар. Интернет заманы – элек хатта күрше ауылда нимә булғанын аҙна үткәс кенә белә торған инек, хәҙер Ер шарының бер осонда бер нәмә шартлаһа, икенсе осонда был хаҡта шул минутта уҡ беләләр. Хәбәр дөрөҫ булһа, ни асыу, йыш осраҡта туҙға яҙмаған яңылыҡ менән һушты килтерәләр.
Кисә Фидан Ғафаров мәрхүм булып киткән тигән хәбәр таралды. Бына ишетеп ҡайғыға баттыҡ. Мәрәһим, Зөлҡәрнәйһеҙ нимә эшләрбеҙ, Оҙаҡ тороп та башҡаса атыбыҙ сапмаҫмы, Йәшлегебеҙгә ҡайтып бармаҫбыҙмы, Телефондар башҡаса шылтырамаҫмы, Йөрәктәр ҡушылды ла юлдар айырылдымы инде хәҙер?
Кисә Күмертауҙа концерт булды – Тимур Рамаҙандың концерты. Тимур Фидандың бер йырын башҡарғас, залдан ҡысҡырҙылар: Ғафаровыбыҙ үлеп киткән бит. Кемдер һыҡтап ҡуйҙы, ауыр ыңғырашыу тауыштары ишетелде. Сәхнәнән әйттеләр: улай булғас, әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ ҙә баҫып тороп бөйөк артисты иҫкә алайыҡ. Шунда уҡ башҡа тауыштары ишетелде: артист тере, нимә юҡ-бар хәбәргә ышанаһығыҙ? Ай-вайлап, интернетта соҡоноп, Өфөлә йәшәгән таныш интеллегенцияға шылтыратып, дөрөҫлөктө саҡ белдек һәм иркен тын алып ҡуйҙыҡ, Аллаға шөкөр Фиданыбыҙ иҫән.
Йәшәгеҙ әле, артистар, һеҙ булмаһағыҙ, кем беҙҙең тормошто йәмләр?
Читайте нас: