Фотолағы инәйҙәр һаман да йәштәрҙән ҡалышмай - дәрт тә, дарман да ташып тора уларҙа. Дәрттәре урғылып торғас, Яңы Таймаҫ китапханаһына йыйылғандар ҙа оҙаҡ итеп сәй эскәндәр. Юҡ, улар сәй эсер өсөн генә килмәгән китапханаға «Халыҡ ижады» тигән сара үткәргән. Быйыл Башҡортостанда Фольклориада тигән оло байрам була, башҡалар улай-былай ҡыбырлағансы, таймаҫтар эште башлап та ебәргән.
«Халыҡ ижады» сараһына ауылда, районда һәм республикала уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы таймаҫтар — Рәйсә Яңыбаева, Рәйлә Зәйнуллина, Хәмиҙә Әлимбәкова, Ирина Бухарина, Гөлсөм Севостьянова һәм башҡалар килгән. Китапханасы Зөлфиә Абдуллина быйыл Фольклориада буласағы тураһында һөйләһә, Зәлифә апай Исмәғилова тәүҙә аят уҡып ишеттерә, ә һуңынан үҙе сығарған таҡмаҡтарҙы әйтә. Рәйсә Яңыбаева иһә башҡорт халҡының милли кейемдәре хаҡында үҙе белгәндәр менән бүлешә, Рәйлә Зәйнуллина Көйөргәҙе районын данлаған ҡобайыр уҡый, Ләлә Исмәғилева үҙенең моңло йырҙарын бүләк итә. Шулай итеп бик күңелле үткәргән таймаҫтар был көндө, ҡул эштәрен дә күрһәткән, таҡмаҡ та әйтешкән, ҡобайыр ҙа һөйләгән.
...Фольклориадаға 80-дән ашыу ил вәкилдәре килә, тип яҙҙыҡ, сит ил кешеләренең ҡайһыһы булһа ла Таймаҫҡа һуғылмаҫмы икән? Килһәләр, аптырап, һоҡланып ҡайтып китерҙәр ине: вәт бында фольклорҙы йәшәтә беләләр ҙә инде!